RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ижади бәйгебеҙ башланды!

09.11.2016 Ижади бәйгебеҙ башланды!

Ижади бәйгебеҙ башланды!Егеттәр һәм ҡыҙҙар! Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар премияһына эштәрегеҙҙе ебәрегеҙ, ҡатнашығыҙ!

Рәсәй Журналистар союзының “Бөтә Рәсәй – 2015” XIX матбуғат фестивале лауреаты, Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар премияһына конкурсты “Йәшлек” гәзите редакцияһы өсөнсө йыл рәттән үткәрә. Уҡыусыларҙы дәртләндереүгә, улар­ҙың ижади үҫешенә булышлыҡ итеүгә арналған акция, шулай итеп, гәзитебеҙҙең йыл да ҡабатланған бик матур йолаһына әйләнде.
Ике йыл дауамында конкурста йөҙҙән ашыу 10 – 11-се класс уҡыусыһы, шулай уҡ колледж-училище студенттары ла ҡатнашты. Улар йәштәрҙең мөһим проблемаларын һәм уларҙы хәл итеү юлдарын күрһәткән мәҡәләләр, шиғырҙар, төрлө проекттар тәҡдим итте. Конкурсанттар гәзит уҡыусыларын, аҙаҡтан баһалама ағзаларын ҡыҙыҡлы фекерҙәре, яңы идеялары менән таң ҡалдырҙы. Уларҙа Булат Солтангәрәевтың изге эштәрен һәм идеяларын дауам итеү теләге сағыла.
Быйылғы бәйгенең шарттары шул уҡ ҡала. 10 – 11-се класта уҡыу­сыларҙың эштәре 2017 йылдың Һуңғы ҡыңғырау байрамына тиклем ҡабул ителәсәк, лауреаттар ҙа шул мәлдә асыҡланасаҡ. Беренсе урын яулаусыға – 10 мең, ике икенсе урынға – бишәр мең, өс өсөнсө урынға өсәр мең һум күләмендәге премия тапшырыласаҡ. Дәғүәселәр ижад емештәрен “Бәйләнештә” селтәрендәге “Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсы”, гәзитебеҙҙең “Йәшлек” гәзите – газета “Йэшлек” төркөмдәренә, проектты алып барыусы Айбулат Ишназаровҡа ебәрә ала. Конкурста ҡатнашыусы һәр егет-ҡыҙға иҫтәлекле бүләк һәм Шөһрәтнамә тапшырыласаҡ.
Эштәрҙе ебәргәндә үҙегеҙ тураһында ҡыҫҡаса белешмә биреү талап ителә. Унда уҡыуҙағы уңыштарығыҙ һәм йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыуығыҙ тураһында яҙырға онотмағыҙ. “Бәйләнештә”ге сәхифәләрегеҙ асыҡ, хәбәр яҙыу мөмкинлеге лә булһын (асыҡ “личка”).

Булат Солтангәрәев милләтебеҙҙең аҡыллы, алдынғы ҡарашлы, итәғәтле, белемле, илһөйәр рухлы егете ине. Илебеҙҙе хәстәрләп, уға яҡты киләсәк юрап йәшәне, Башҡортостаныбыҙҙың киләсәген уйланы, һәр яҡтан файҙалы булырға тырышты. Төрлө кимәлдәге ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашты, олимпиадаларҙа еңелеү белмәне. Спортҡа ла маһир булды ул. Үкенескә күрә, бынан биш йыл элек көтөлмәгән фажиғә 17 йәшлек Булаттың ғүмерен өҙҙө.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне