RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һәр сараның уртаһында – ағинәйҙәр

20.09.2016 Һәр сараның уртаһында – ағинәйҙәр

Һәр сараның уртаһында – ағинәйҙәрХәйбулла районының Та­тырүҙәк ауылында ағинәйҙәр клубы өс йыл эшләп килә. Ошо ваҡыт эсендә изге, матур күп эш башҡарылған. Мәктәпкә барып, балаларға “бирнә йыйыу” йолаһын күр­һәттек. Яҙ етһә, кәкүк сәйе, ҡарға бутҡаһына әҙерләнеп сығабыҙ, төрлө уйын ойошторабыҙ. “Бура­тино” ба­лалар баҡсаһына барып, мәрхәмәтлек тураһында диспут үткәрҙек. Ағи­нәйҙәр үҙ-ара айыҡ тыуған көндәргә йөрөшәбеҙ. Ауыл­да бәйләм түңәрәге лә эшләп килә, унда ла йөрөргә өлгөрәбеҙ. “Таҙа һыу буйҙары” акцияһында ихлас ҡатнашабыҙ. Дини байрамдар өлкән ағинәй­ҙәр­һеҙ үтмәй. Өлкән ағинәйебеҙ Ғәлиә Ибраһимоваға 96 йәш тулды. Фәүзиә Ихсанова 83 йәшен билдәләне. Ул, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, “Йәшлек” гәзитен баштан алып аҙағына тиклем уҡып сыға. Крос­свордтар сисергә ярата. Шәфиғә Халиҡова ике тапҡыр хажға барып ҡайтты, алты балаға матур итеп тәрбиә биргән. Ауылда аят уҡырға күп йөрөй. Зөләйхә инәй Ҡужагилдина ла аяттар уҡый, ҡот ҡоя. Ҡот ҡойҙорорға алыҫтарҙан да киләләр. Мөләйем ағинәйебеҙ Венера Батисова кешеләргә өгөт-нәсихәт бирә, тәмле итеп бауырһаҡ бешерә. Хәбирә инәй Игичурина ла үткәрелгән сараларҙан ситтә ҡалмай.
Быйыл апрель айында Йылайыр районының Ҡаш­ҡар ауылына ҡунаҡҡа барҙыҡ. Улар беҙгә “Орсоҡ” байрамын күрһәтте. Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы тип, беҙ ҙә уларҙы саҡырҙыҡ. Мөнәжәттәр уҡып, мәҡәлдәр әйтешеп, йырҙар йырлап, шиғырҙар һөйләп, улар беҙҙән матур тәьҫораттар менән ҡайтты. Хәйбулла райо­нының Бүребай ауылында “Ҙур бейеү” бәйгеһе үтте. Унда йәшерәк ағинәйҙәребеҙ менән көсөбөҙҙө һынаныҡ. Бөтә турҙа ла ҡатнашып, финалға сыҡтыҡ.
Йәш ағинәйҙәребеҙҙән Нәғимә Ғәббәсова матур итеп шиғыр һөйләй, тәмле итеп ҡоймаҡ ҡоя, Рима Солтанова бәйләүгә, йырға, бейеүгә оҫта, Гөлдәр Солтанова бисерҙан төрлө ҡул эштәре эшләй, бешеренергә ярата, күмәстәре телеңде йоторлоҡ тәмле була, Миңһылыу Бай­ғужина ла ҡул эштәренә оҫта, бешеренергә лә ихлас. Сәрүәр Тусалина бөтә яҡтан да килгән тип әйтергә була. Үҙе тегә, үҙе сигә, бешеренергә оҫта, ырғаҡ менән кофталар, күлдәктәр бәйләй. Бик ҡунаҡсыл Рәйсә Айҙа­шева – беҙҙең хажиәбеҙ. Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Рәйсә Ғүмәрова алтын ҡуллы. Быйыл Татырүҙәк ауылында урам байрамы үткәрҙек. Ғүмәров­тарҙың ғаиләһе “Иң өлгөлө йорт” номинацияһында билдәләнде. Баҡсала­рындағы сәскә, емеш-еләк, ағастарҙы күреп, иҫ китерлек...
Ағинәйҙәребеҙ тәмлекәстәр бешереп, район һабантуйындағы бәйгеләрҙә урындар ҙа алды. Ауыл­ сараларынан да ситтә ҡалмайҙар. 9 Май байрамында халыҡты “Һалдат бутҡаһы” менән һыйланылар. йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов ҡунаҡҡа килгәс, уға йылы ойоҡбаш бүләк иттеләр. Күп­тән түгел күстәнәстәр тотоп, Аҡъяр балалар приютына ҡунаҡҡа барып, балаларҙы ҡыуандырҙылар. Шулай уҡ 1 сентябргә күп балалы ғаиләгә мәктәп кәрәк-ярағы алып биреп ярҙам иттеләр.
Бына шулай гөрләп йәшәй беҙҙең Татырүҙәк ағинәйҙәре!

Раушания ТАКАЕВА.
Хәйбулла районы,
Татырүҙәк ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне