RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ә беҙҙең ауылда... (16 сентябрь)

19.09.2016 Ә беҙҙең ауылда... (16 сентябрь)

Ә беҙҙең ауылда... (16 сентябрь)
Был аҙнала беҙ Мәсетле, Баймаҡ, Ауырғазы райондарынан хәбәр­ҙәр ҡа­бул иттек. Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ булһа, беҙҙең дежур телефон­ға шылтыратығыҙ – 8-965-923-20-00. Гәзи­тебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнеш­тә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.

Зилә МИҢЛЕБАЕВА,
Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылы:
– 14 сентябрҙә районыбыҙ “Ты­ныслыҡ йүгереүе” халыҡ-ара факел эстафетаһын ҡабул итте. Беҙҙең балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Силәбе, Омск, Әстер­хан өлкәләре, Пермь крайынан, Хор­ватиянан, Ҡаҙағстандан, Ека­теринбург ҡалаһынан йыйылған йүгеректәрҙе Свердловск өлкәһе сигендә ҡаршыланы. Район үҙәгендә уларҙы 1-се лицей һәм башҡорт гимназияһы уҡыусылары тәбрикләне, мәҙәниәт бүлеге менән берлектә йырлы-моңло тамаша тәҡдим итте. Көн йонсоу тороуға, ямғыр яуыуға ҡарамаҫтан, барыһының да кәйефе күтәренке ине.
Спортсылар Еңеү паркындағы Бил­дәһеҙ һалдат һәйкәленә сәскәләр һалды һәм Оло Ыҡтамаҡ урамдары буйлап факел менән үтте. Аҙаҡ эстафетасылар Дыуан районына юлланды. Уларҙы Яңы Яуыш, Дыуан-Мәсетле ауылдары уҡыусылары оҙатып ҡалды.

Сәғиҙә БАЙНАЗАРОВА,
Баймаҡ районының Төйәләҫ ауылы:
– Үткән ял көндәрендә Сибай ҡалаһының “Сулпан” балалар театрында тәүге тапҡыр “Супердетки Сибая – 2016” ярышы үтте. Унда тирә-яҡ райондарҙан килгән 3 – 8 йәшлек балалар көс һынашты. Улар “Яратам һине, Сибай!” темаһына визитка күрһәтте, ижади конкурста ҡатнашты, дефиле яһаны.
Ярышҡа Төйәләҫ ауылының “Ҡар­луғас” балалар баҡсаһынан Эльвира Хәсәнованы алып барҙыҡ. Ҡатнаш ғаиләлә тыуып үҫеүенә ҡарамаҫтан, ул ижади конкурста, визиткала башҡортса йырланы, бейене. Ата-әсәһе баланы үҙебеҙҙең рухта тәрбиәләүен күреү бик ҡыуаныслы. Һөҙөмтәлә Эльвира беренсе урын яуланы. Ул ноябрҙә Өфөлә үтәсәк республика ярышында ҡатнашасаҡ.

Вазифа ҒӘЛИУЛЛИНА,
Ауырғазы районының Үтәймулла ауылы:
– Мосолмандарҙың көтөп алған Ҡорбан байрамын беҙ ҙә бик шәп итеп уҙғарҙыҡ. Ауылыбыҙҙың “Зиннур” мәсетенә иртә менән йыйылдыҡ. Баҡсасы, фермер Илнур Ибраһимов биргән һарыҡты салғандан һуң, муллабыҙ Фуат Ғибәҙуллин аят уҡыны. Артабан ҡорбан итенән ауыҙ иттек. Һуңғараҡ йөрөй алмаған ололарға барып, ҡорбан итен күстәнәс итеп өләштек.
Мәсетебеҙ һис тә буш тормай, ололар менән бер рәттән, йәштәр, уҡыусы балалар ҙа йөрөй.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне