НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Аптырарлыҡ та...


Аптырарлыҡ та...
Бик йыш ҡына тыуған ауылыма электр поезы менән ҡайтып йөрөйөм. Урындарыбыҙ бергә тура килгән юлдашым бик ихлас әңгәмәсе булып сыҡты: уның менән юл буйы әңгәмәләшеп ҡайттыҡ. Үҙе менән булған хәл тураһында һөйләгәс, әҙәм балалары нисек кенә танышып ҡауышмай, тип уйлап ҡуйҙым.

– Бер ваҡыт Яңы йыл алдынан, шәмбе көндәрҙең береһендә яңғыҙым өйҙә бойоғоп, нимә эшләргә белмәй ултырғанда кеҫә телефоным шылтыраны. "Был, моғайын, Нәфисәлер", – тип телефонды алдым, сөнки бөгөн ул миңә шылтыратырға тейеш ине. Ләкин теге оста ир тауышы яңғыраны.
– Әминә, һин ҡайҙа? Әйҙә, тиҙ генә кейен дә, беҙгә йүгер, һине генә көтәбеҙ. Тиҙ бул! Ҡайҙа юғалып йөрөйһөң?
Аптырап, экранға ҡараным – таныш түгел номер. Был ир телефон номерымды ҡайҙан алды, исемемде лә дөрөҫ әйтә, ҡайҙан белә икән?
– Әминә, ниңә шымдың? Һин мине ишетәһеңме?
– Ғәфү итегеҙ, һеҙ кем булаһығыҙ?
Теге ирҙең күңеле асылып китте, буғай!
– Әминә, һин нимә ҡыланаһың? Бер туған ағайыңды ла танымай башланыңмы хәҙер.
Яҡшылап әҙерләнеп кенә, ныҡ итеп һауа һулап, мин һеҙгә туған түгел, тинем дә, телефонымды һүндерҙем. Күп тә үтмәй, ул яңынан шылтыраны. Һаман да, Нәфисә шылтыраталыр, тип телефонды алып тыңлаһам, тағы ла теге ирҙең тауышы.
– Һеҙ, ысынлап та, Әминәме? Минең исемем Әхтәм. Һеҙ насар уйлай күрмәгеҙ. Ысынлап та, һеңлемде эҙләйем. Һеҙ миңә бик яҡшы кеше кеүек тойолдоғоҙ. Тауышығыҙ ҙа күңелгә ятышлы. Тик мине берәй бандит тип уйлап ҡуймағыҙ, һеҙҙе сәйме, ҡәһүәме эсергә саҡырырға буламы? Мәҫәлән, иртәгә кискә. Һеҙ ҡаршы түгел­һегеҙҙер?
Минең беренсе уйым, быға ризаһыҙлыҡ белдереп, телефонды һүндереү ине. Ләкин әҙерәк уйлағас: "Был егет менән бергә ҡәһүә эсеүҙән бер нәмә лә булмаҫ, ҡурҡыныс түгел бит", – тип, ризалыҡ белдерҙем һәм үҙемдең ярат­ҡан кафела осрашырға булдым. Осрашыуҙы ул әйткән ваҡытҡа билдәләнек.
Икенсе көндө алданыраҡ сығып, осрашыу урынына ашыҡтым. Бер ваҡытта ла осрашыуға һуңлап йөрөгәнем булманы. Үҙемә кәрәк авто­бус­ты туҡталышта ярты сәғәттән ашыу көтөргә тура килде. Ул килгәс, салонға инеп, буш урынға ултырҙым. Маши­налар шул тиклем күп, яйлап ҡына шыуышабыҙ. Тығын бик ҙур. Байрам алдынан һәм байрам көндәрендә һәр ваҡыт шулай була. Бара торғас, үҙемдең бер сәғәттән күберәккә һуңлауымды аңланым. Кем был тиклем көтһөн инде? Шуны аңлап, уға шылтыра­тыр­ға булдым. Телефонымды алдым да, төймәләренә баҫа башланым. Тәүге шылтыратыуым уңышһыҙ булды. Бер-ике минуттан һуң тағы шылтыраттым һәм икенсе оста теге егеттең тауышы ишетелде. һөйләшә башланыҡ.
– Әхтәм, һин билдәләнгән урындалыр инде. Ике сәғәттән ашыу юлдамын. Бик ныҡ һуңланым, ғәфү ит инде. Юлда бик ныҡ тығын, автобус әкрен бара.
– Әминә, ә мин һеҙгә шылтыратам… Минең дә проблемам бик ҙур. Юлда ныҡ тығын, автобус алға бара алмай. Мин дә ныҡ һуңланым. Аптырап бөттөм. Былай һуңлағаным юҡ ине. Һуңлауҙы яратмайым.
Шул ваҡыт эргәмдә ултыр­ған ҡатын яурыныма төрттө:
– Һеҙ уның менән һөйләшәһегеҙ түгелме? – тип, алдараҡ ултырған егеткә күрһәтте. Нимә икәнен аңламайынса, алға ҡараным. Тәҙрә эргәһендә йәш егет ултыра ине. Аптыраулы төҫ менән миңә ҡараны. Мин телефонға әллә нәмәләр һөйләп алдым.
– Әхтәм, һеҙ ниндәй маршруткала киләһегеҙ?
Мин башҡа бер нәмә лә ишетмәнем. Салондағы пассажирҙар көлгән тауыш ҡына ишетелде.
Ошо хәлдән һуң осраша башланыҡ һәм ярты йыл үтеүгә өйләнештек. Бик матур йәшәйбеҙ, үҙебеҙҙең тор­мош­ҡа ризабыҙ. Ошолай ҡыҙыҡ итеп осрашып өйләнешкәнгә аптырамайбыҙ. Йыш ҡына иҫкә төшөрөп, көлөп тә алабыҙ. Хәҙер инде донъяла төрлө хәлдәр булыуына мин дә аптырамайым.

Миләүшә МОРАТШИНА.

Өфө ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 29-08-2016, 12:29 | Ҡаранылар: 884
|
  • «Исемең мансур булмаһа…»
  • Балдай татлы… вазелин
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Кеҫә телефонына − мәҙхиә
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM