RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ҡыярҙан әҙерләнгән ашамлыҡтар!

01.08.2016 Ҡыярҙан әҙерләнгән ашамлыҡтар!

Ҡыярҙан әҙерләнгән ашамлыҡтар!Тоҙло ҡыяр
Уртаса ҙурлыҡтағы ҡыяр­ҙың башын киҫеп, бер тәүлеккә һыуҙа тотабыҙ. Эмаль кәстрүлде йәки быяла банканы эҫе һыуҙа яҡшылап йыуғас, төбөнә ҡара ҡарағат япрағы, укроп һәм керән япраҡтары, һарымһаҡ һалына. Ҡыяр йомшармаһын өсөн имән япрағы һалыр­ға ла мөмкин. Һауыт тулғас, тоҙлоҡ әҙерләп ҡойоп, өҫтөнә сепрәк ябып, ҡапҡас ҡаплап, ауыр нәмә менән баҫтыралар. Тоҙлоҡ йылы булһа, ҡыяр тиҙерәк тоҙлана. Тоҙлоҡ 1 литр һыуға 50 грамм тоҙ иҫәбенән ҡайнатыла.
Ҡышҡылыҡҡа әҙерләргә теләһәгеҙ, тоҙлоҡто ике мәртәбә ҡайнатып, банкаларға һалып, стерилләнгән ҡапҡас менән ябып ҡуйырға кәрәк.



Ҡарағат менән ҡыяр
Тәмләткестәр өсөн 2 – 3 бөртөк ҡара борос, шунса ҡәнәфер бөртөгө, 1 – 2 теш һарымһаҡ, укроп, бөтнөк үләне алына.
Тоҙлоҡ 1 литр һыуға 50 грамм тоҙ, 20 грамм шәкәр, 250 миллилитр ҡарағат һуты һалып ҡайнатыла.
Ҡыяр тоҙлағанда аш һеркәһе урынына 3 литрлы банкаға 2 ҡалаҡ лимон кислотаһы һалырға була.
Ҡыярҙы алдағыса әҙерләп, банкаға тултырып, тәмләткестәр өҫтәйбеҙ. Тоҙлоҡ ҡойоп, ҡапҡас менән ябабыҙ.


Ҡыяр салаты
5 кг ҡыяр, 1 кг һуған, 200 г укроп, татлы борос, 1 стакан көнбағыш майы, 200 мл һеркә, 200 гр шәкәр.
Ҡыярҙы, һуғанды һаламлап турап, укроп, татлы борос, көнбағыш майы, уксус һалып, бер сәғәткә ултыртаһың. Стерилләнгән банкаға салатты һалып, тағы 15 минут ҡайнар һыуҙа тотаһың.

Тиҙ тоҙланған ҡыяр
Ҡыярҙы дүңгәләкләп турап, укроп, һарым­һаҡ, тоҙ һалып, полиэтилен тоҡсайға тултырып, бер тәүлеккә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Иртәгеһенә ҡыяр әҙер була.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Сәнғәтебеҙ оло юғалтыу кисерҙе

26.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Сәнғәтебеҙ оло юғалтыу кисерҙе


Кесерткәндән  ашлама

26.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Кесерткәндән ашлама


«Детройт»  ҡабаттан  Дацюкты ылыҡтырмаҡсы

Был аҙнала сканвордты кем дөрөҫ систе?

26.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Был аҙнала сканвордты кем дөрөҫ систе?


"Йәшлек" гәзитенең махсус бүләге Диана Солтангәрәеваға бирелде

Бына инде төп премияны алыусы!

25.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Бына инде төп премияны алыусы!


"Йәшлек"тәр Үрге Юлдашта!

25.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы "Йәшлек"тәр Үрге Юлдашта!


Лаура Дальмайер китте

25.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лаура Дальмайер китте


Нәҫелең ҡоромаһын тиһәң

25.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Нәҫелең ҡоромаһын тиһәң


Күмертау ҡалаһы башлығы киткән

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Күмертау ҡалаһы башлығы киткән


«Уралсиб» банкы торлаҡ төҙөү өсөн аҡса туплау республика программаһында ҡатнашыусыларға ипотека ставкаһын кәметеү тураһында ҡарар ҡабул итте

«Салауат Юлаев»ҡа  фин һөжүмсеһе килде

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы «Салауат Юлаев»ҡа фин һөжүмсеһе килде