RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ә беҙҙең ауылда... (10 июнь)

10.06.2016 Ә беҙҙең ауылда... (10 июнь)

Ә беҙҙең ауылда... (10 июнь) Был аҙнала беҙ Баймаҡ, Бөрйән, Салауат райондарынан хәбәрҙәр ҡа­бул иттек.
Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ булһа, беҙҙең дежур телефонға шылтыратығыҙ – 8-965-923-20-00. Гәзи­тебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнеш­тә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.

Райхана БУЛАТОВА,
Баймаҡ районының Билал ауылы:
– Билал ауыл биләмәһенә ҡараған ауыл китапханасылары Әнүзә Мәжитова, Зифа Мәүлитова, Райхана Булатова ҡатын-ҡыҙҙар советы эшен йәнләндереү маҡсатында йыйын үткәрҙе. "Милләт сәңгелдәге янында ҡатын-ҡыҙ тора" тип аталған сарала Баймырҙа, Күгиҙел, Һәмән, Билал, Өмөтбай ауылдары ҡатын-ҡыҙҙары ҡатнашты. Ниғәмәт ауыл хакимиәтенә ҡараған ауылдар­ҙан килгән ҡунаҡтарҙы Өмөтбай ауылы эргәһендәге Әүлиә тауына алып мендек, Әүлиә ҡәберенә зыярат ҡылдыҡ. Билал ауылы хажиәһе Гөлдәр апай Әлибаева һәм Өмөтбайҙан Зилә Ғүмәрова аят уҡыны. Йыйынға килеүселәрҙе Өмөтбайҙан Рәйсә Рәхмәтуллина, Мөнирә, Фәриҙә Асҡаровалар буҙа менән һыйланы. Йыйындың икенсе өлөшө эшҡыуарлыҡҡа арналды. Билал ауыл хакимиәтенә ҡараған ауылдарҙа халыҡ матур итеп донъя көтә. Эш юҡ тип тормай – үҙе етештергән продукцияны һатып табыш ала. Шәхси эшҡыуар Алгөл Латипова үҙенең эше тураһында һөйләне. Асия апай Бүләкова заказ буйынса сәк-сәк бешерә икән, ул ҡунаҡтарҙы тәмле ризыҡ менән һыйланы. Күгиҙел ауылынан Шәүрә апай үҙенең эше тураһында бәйән итте. Ирҙәр күтәрә алмаған ауырлыҡтарҙы еңеп, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән гүзәл зат маҡтауға лайыҡ. Һәмән ауылынан Ишһылыу апай Әминева ауылдарҙа эшҡыуарлыҡтың нисек үҫешеүенә туҡталды.
Йыйындың өсөнсө өлөшө "Изгелектең юҡтыр сиктәре" тип аталды. Ололарҙы ҡараусы Зилә Мәсәлимова, хеҙмәт ветераны, һуғыш осоро балаһы Райза Ишбулатова, ағинәйҙәр советы рәйесе Гөлгөнә Асҡарова үҙҙәренең сығышында ололарҙың проблемаларын күтәрҙе, улар өсөн үткәрелгән саралар тураһында әйтеп үтте. Фәриҙә Асҡарова йола күрһәткәндән һуң, тәмле "Ҡарға бутҡаһы" ашап, бергәләшеп сәй эстек. Табында йыр-моң аралашып барҙы. Йыйындың программаһына ярашлы, Өмөтбай ауылы эшҡыуары Гөлсәсәк Мирзаһит ҡыҙы Ғүмәрованың магазинында һәм йортонда ла булды ҡунаҡтар. Мосолмандарҙың изге байрамы ураҙа башланды. Ошо ураҙаның тәүге ун көнө рәхмәт көндәре икән, сарала беҙ күпме рәхмәт һүҙе ишетеп, сауап алдыҡ. Рәхмәтле булайыҡ!

Гөлиә АЙЫТБАЕВА,
Бөрйән районының Ҡолғона ауылы:
– Беҙҙең ауыл мәҙәниәт йортонда бер-бер артлы төрлө тәрбиәүи, мәҙәни саралар үтеп кенә тора. Унда үҙ эшен яратып башҡарған хеҙмәткәрҙәр – Рәйфә Шәйхисламова, Ғәлиә, Гөлсәсәк Вәлиевалар эшләй. Йәше-ҡарты, балалар ҙа китапханаға ихлас йөрөй. Ауылдың мәҙәни тормошонда халыҡ әүҙем ҡатнаша. Ауылыбыҙҙың оло йәштәге инәйҙәре Розалия Яҡупова, Әлфирә Аралбаева, Зәйтүнә Айытбаева, Нурсилә Айытбаева, Кәбир Аралбаев, Салауат Шәйхисламов ағайҙар китапханасы Гөлсәсәк Ғәзиз ҡыҙы етәкселегендә «Әбейҙәргә ни етмәй?» спектаклен ҡуйҙы. Халыҡ тамашаны ҡарарға күпләп килде. Ысын артист булмаһалар ҙа, ролдәргә инеп уйнауҙары бөтәһен дә хайран ҡалдырҙы. Тамашасылар спектаклдәрҙе йышыраҡ ҡуйып тороуҙарын теләп таралышты.

Зилә САДИҠОВА,
Салауат районының Малаяҙ ауылы:
– Беҙҙең районда тәбиғәткә, эсәр һыуға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатында йыл дауамында «Йәшә, шишмә!» экологик акцияһы бара. Был күркәм сараны «Берҙәм Рәсәй» партияһы һәм Салауат районының крайҙы өйрәнеүселәр йәмғиәте ойоштора.
Ауыл хакимиәттәре үҙҙәренең биләмәһендәге һыу сығанаҡтарын өмә ойоштороп таҙарта, кәртәләрен яңырттыра, буята, яңы улаҡтар ҡуйҙыра. Төҙөкләндерелгәндән һуң шишмә юлын асыуҙы тантаналы шарттарҙа үткәрәбеҙ: ауыл тарихын өйрәнеүселәр уның тарихын, шишмәгә бәйле легендалар, йолалар тураһында һөйләй. Шишмәгә арнап йырҙар йырлана, шиғырҙар һөйләнә, йолалар үткәрелә. Бөтә ауыл халҡын берләштергән сарала олоһо ла, кесеһе лә дәррәү ҡатнаша, уларға был сауаплы эште башҡарып сығыу бик оҡшай. Байрам тамамланғас, эстафетаны һыу һалынған һауыт менән башҡа ауыл хакимиәттәренә тапшырабыҙ. Был кувшинға, берҙәмлек, берләшеү символы итеп, бөтә төҙөкләндерелгән шишмәләрҙең һыуы ҡойола. Бөгөнгө көндә Юныс ауылы янындағы – Юлай, Ишембай ауылында – Күпер, Нәсибашта – Әмирхан, Лаҡлыла – Шаптырмаҡ, Мөрсәлимдә – Ҡәҙер, Тирмәндә – Тирмән, Первомайскийҙа – Кукшик, Лағыр ауылында Кәкре ҡайын шишмәләре төҙөкләндерелде. Хатта Торналы ауылындағы исемһеҙ һыу сығанағына Журавушка тип исем дә биреп ҡайттыҡ. Йыл дауамында 16 ауыл хакимиәтендәге йөҙ шишмәне төҙөкләндерергә ниәтләйбеҙ. Экологик акция милли батырыбыҙ Салауат Юлаевты иҫкә алыу көнөндә – 26 сентябрҙә Салауат шишмәһе эргәһендә тамамланасаҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне