02.06.2016 Хәтәр итеп эшләнгән талау
Бөгөн төндә баш ҡаланың Әй һәм Революция урамдары сатында урынлашҡан "Открытие" банкындағы аҡса биргес ҡоролманы - банкоматты талағандар.
Енәйәтсе бик оригиналь алым ҡулланған - ул банкомат корпусын тишеп, эсенә газ тултырған. Бер аҙ ваҡыттан шартлау яңғыраған - ир аҡса һалынған кассеталарҙы тотоп ҡасҡан. Ул йәмғеһе 450 мең һумды ҡулына төшөргән.