RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ә беҙҙең ауылда... (27 май)

27.05.2016 Ә беҙҙең ауылда... (27 май)

Ә беҙҙең ауылда... (27 май) Был аҙнала беҙ Хәйбулла, Баймаҡ, Учалы райондарынан хәбәрҙәр ҡа­бул иттек.
Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ булһа, беҙҙең дежур телефонға шылтыратығыҙ – 8-965-923-20-00. Гәзи­тебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнеш­тә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.

Рәсимә АКИЛОВА,
Хәйбулла районы, Әбүбәкер ауылы:
– Яңыраҡ Әбүбәкер ауылы моделле китапханаһында “Әсә һәм бала китап уҡыусы“ тип аталған бик матур кисә үткәрелде. Ул Халыҡ-ара ғаилә көнөнә арналды.
Байрам башында китапханасы Рәсимә Акилова күркәм датаның тарихы менән таныштырҙы. Ҡунаҡтарҙың һәр береһе үҙҙәренең ғаиләһе, ярат­ҡан байрамдары, шөғөлдәре тураһында бәйән итте.
– Минең бар байлығым – ғаиләм һәм улар менән бергә үткән көндәрем. Ҡайным менән ҡәйнәмә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, – тине Гүзәл Сынбулатова. Гөлсәсәк һәм Айнур Акиловтарҙың йырҙары байрамға сихри нур өҫтәне.
Артабан һәр ғаилә яратҡан шағирҙары, китаптары тураһында һөйләне. Һуңынан улар бик күп уйында, ярышта ҡатнашты.
Акиловтар ғаиләһе “Иң күп мәҡәлдәр белеүсе” булһа, Сынбулатовтар – “Музыкаль ғаилә”, Билаловтар “Шиғриәт һөйөүсе ғаилә” тип танылды. Кисә барыһына ла оҡшаны һәм сәй табыны менән тамамланды.

Әнүзә МӘЖИТОВА,
Баймаҡ районы, Өмөтбай ауылы:
– Былтыр "Йәшлек" хәбәрселәре Өмөтбайға килеп, "Йәшлек"-фараз" конкурсында еңгән Азамат Ғүмәровҡа бүләк тапшырғайны. Улар бер юлы ауылдың мәсетен дә байҡаны. Тик, килгән мәлдәре яҙға тартып торғас, иман йортонда өмәлә ҡатнаша алманылар. Бының турала Баныу Ҡаһарманова ошолай тип яҙҙы: "Етмәһә, ниәтләгән эшебеҙ ҙә атҡарылмай ҡалды: ең һыҙғанып тороп мәсеткә обой йәбештерергә уйлағайныҡ та, стеналарҙың дымлы икәнен күреп, эште туҡтаттыҡ. Юғиһә бөгөнгө көндә уға ремонт яһалып бөтөр ине – шул тиклем, эш, тип һыуһап килгәйнек, ауыл халҡының ҡунаҡсыллығынан ҡыҙғайныҡ…"
Бер урында тик ултырып булмай, үҙебеҙ ҙә дәррәү эшләйбеҙ. Ошо көндәрҙә мәсеттә обой йәбештерҙек. Зилә Һағынбаева, Зөлфиә Латипова, Нәғимә Ғүмәрова, Люциә Үтәбаева, Сания Ҡотлогилдина, Әнүзә Мәжитова, Фәриҙә Нәж­метдинова күмәкләшеп эшләнек. Магнитогорск ҡалаһында йәшәһә лә, тыуған ауылы өсөн янып йөрөүсе Фәриҙә апай Нәжметдиноваһыҙ беҙгә эшләүе бик ҡыйынға тура килер ине. Йәшел обой мәсеткә йәм өҫтәне.
Баймаҡта эшләүсе ауылдашыбыҙ Илдус Зәйнуллин ебәргән мебелгә, люстраға ҡыуандыҡ. Иман йортона ярҙам иткән, эшләшкән барлыҡ мосолман ҡәрҙәштәребеҙгә Хоҙай именлек бирһен.

Гөлсирә ҒӘЛИӘХМӘТОВА,
Учалы районы, Истамғол ауылы:
– Яңыраҡ беҙҙә “Күрешәйек, ауылдаштар!” исеме аҫтында ғәйәт күләмле сара үтте. Тәғәйен көндә ауыл халҡы һәм Истамғолда тыуып үҫеп, ситтә йәшәгән ҡәрҙәштәр йыйылды. Барыһы ла өмәлә ҡатнашты: балалар уйнарға майҙансыҡ ҡорҙо, тау һәм һыу буйҙарын, зыяратты тәртипкә килтерҙе, Йүкә ҡоҙоғон таҙартты.
Төштән һуң, тамаҡ ялғағас, концерт ҡараныҡ. Аҙаҡ майҙансыҡта ҡараңғы төшкәнсе уйындар ойоштор­ҙоҡ, клубҡа барҙыҡ.
Ошондай ҙур байрамда ҡатнашҡан, эштән ситтә ҡалмайынса йыйылған ауылдаштарға, ойоштороу­ҙа ҙур ярҙам иткән ауыл старостаһы Рәйес Исҡужинға, депутат Зәки Вәлиуллинға ҙур рәхмәт белдерәм!










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне