НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Билалда ҡыйыу танкистың ҡыҙҙары менән осрашыу үтте

Билалда ҡыйыу танкистың ҡыҙҙары менән осрашыу үтте


Билалда ҡыйыу танкистың ҡыҙҙары менән осрашыу үттеЯҡташыбыҙ, ҡыйыу танкист, Александр Невский ордены кавалеры Кирам Зыя улы Мәхмүтовтың Түбәнге Новгородта йәшәүсе ҡыҙҙары Ғәлимә һәм Вәлимә апайҙар менән Билал мәктәбендә осрашыу үткәрелде. Ғәлимә (Галина) Кирам ҡыҙы Өфө ҡалаһында немец теле факультетын тамамлаған, артабан Мәскәү ҡалаһында аспирантура, филология фәндәре кандидаты, доцент. Өфө авиация институтында, Башҡорт дәүләт университетында немец теленән уҡыта. Артабан Мурманск өлкәһендә, Болгарияла йәшәй. Ул оҫта тәржемәсе. 2010 йылдың 4 июнендә, Италия Президенты Джорджо Наполетано, ошо ярымутрауҙа йәшәгән сит ил кешеһенең итальян телен, мәҙәниәтен, Конституцияһын тарихын белеүе мотлаҡ, тигән ҡарар сығарғас, Ватикан һәр ҡалала түләүһеҙ уҡыу курстары асып ебәргәйне. Ғәлимә апай ҙә белемен камиллаштырыу маҡсатынан, олоғайған көнөндә итальян телен өйрәнә, курс тамамлай. Немец, итальян телдәрен белеү буйынса иң юғары сертификт ҡулында, оценкалары гел бишле. Уҡытыу менән бер рәттән, бик күп йылдар тәржемәсе булып эшләй. ВЛКСМ, КПСС өлкә комитетында, "Беҙҙең йылдар" ("Наши годы") тапшырыуында ла тәржемәсе ролен башҡара. Күренекле дәүләт һәм партия эшмәкәре, 1957-1969 йылдарҙа КПСС тың Башҡортстан өлкә комитетының беренсе секретары Зыя Нури улы Нуриев, КПСС Өлкә Комитетының беренсе секретары Миҙхәт Зәкир улы Шакировтар менән бергә эшләргә, тәржемәсе ролен башҡарырға ла тура килә. Ғәлимә апайҙың белемле, оҫта тәржемәсе икәненә һоҡланыуҙарын белдереп уны "ынйы бөртөгө" нә сағыштыралар. Хаҡлы ялда булһа ла яҡташыбыҙ өйҙә генә ятмай, тәржемәсе булып эшләй, юғары уҡыу йорто студентарына дәрестәр ҙә бирә. Икенсе ҡунағыбыҙ Вәлимә (Валя) апай Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Хеҙмәт юлын хәрби заводта корректор булып башлай, артабан техник редактор була. Аҙаҡ оҙаҡ йылдар инвалидтар предприятиеһында мастер ярҙамсыһы булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Улар икеһе лә әлеге көндә Түбәнге Новгород ҡалаһында йәшәй. Уҡыусылар Ғәлимә апайҙың һәр һүҙен йотлоғоп тыңланы. Атаһы Кирам Мәхмүтовтың һуғышта күрһәткән батырлыҡтары хаҡында ғына түгел, бөгөнгө сәйәсәткә лә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе. Патриотик рухтағы тәрбиәүи материалдары өсөн килгән ҡунаҡтарға рәхмәт белдерҙек.

З.Ы. Оператив эшләүсе Альбина Садыҡоваға ҙәр рәхмәт!

Сығыу ваҡыты 14-05-2016, 14:30 | Ҡаранылар: 306
|
  • Тынғыһыҙ эҙәрмән-ғалимә
  • Башҡорт теле уҡытыла, тип ҡул ҡаушырып ултырырға кәрәкмәй
  • Ауыр йылдарҙа ла тырышып уҡыныҡ
  • Беҙҙең мәккәбеҙ
  • Тырышлыҡ аша килгән уңыш
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM