НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Ә беҙҙең ауылда... 13 май

Ә беҙҙең ауылда... 13 май


Ә беҙҙең ауылда... 13 майБыл аҙнала беҙ Ейәнсура, Илеш, Хәйбулла райондарынан хәбәрҙәр ҡа­бул иттек.
Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ булһа, беҙҙең дежур телефонға шылтыратығыҙ – 8-965-923-20-00. Гәзи­тебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнеш­тә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.

Ҡасим ЯНБАЕВ, СССР Ҡораллы көстәре ветераны, отставкалағы майор:
– Ейәнсура районының Байдәүләт ауыл советы биләмәһендәге ике мәктәптә Еңеүҙең 71 йыллығын ҡаршылаған көндәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Вәли Солтанбаевҡа һәм Әбделғәлим Сәйфуллинға таҡтаташтар ҡуйылды. Улар икеһе лә – РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличниктары, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусылары, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләгән күренекле шәхестәр. Вәли Ғариф улы – 1953 – 1964 йылдарҙа Ибрай мәктәбен, Әбделғәлим Ғәзиз улы 1971 – 1988 йылдарҙа Сирғол мәктәбен етәкләп, намыҫлы хеҙмәттәре, күркәм кешелек сифаттары менән ҙур абруй яуланы.
Ветерандар беҙҙең арала юҡ инде, ләкин күп һанлы уҡыусылары, ауылдаштары остаздарын бөгөн дә оло ихтирам менән хәтерләй һәм уларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе хуплап ҡабул итте. Бик юғары кимәлдә үткән сарала район йәмәғәтселеге вәкилдәре лә әүҙем ҡатнашты. Рәсми өлөштән һуң ике ауылда ла аят уҡылып, ҡорбан ашы үткәрелде.

Зәлифә КАШАПОВА,
Илеш районы, Ҡарабаш ауыл биләмәһе:
– Ауылыбыҙ халҡы Бөйөк Еңеү көнөн, йылдағыса, ҙур рухи күтәренкелек менән ҡаршы алды. Ә уға әҙерлек эше алдан уҡ башланғайны: тәү сиратта ауыл урамдары, ишек алдары, зыярат, һуғышта ҡатнашҡан барлыҡ яугирҙарҙың исеме уйып яҙылған обелиск яны сүп-сарҙан таҙартылды, ағастар ултыртылды.
Бөгөн ауылыбыҙҙа Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән бер генә һуғыш ветераны иҫән: ул – Ғарраф ағай Минәжев. Быйыл да йола буйынса тантаналы митинг һуғыш батырҙары иҫтәлегенә ҡуйылған стелаға веноктар, гөлләмәләр һалыу менән башланды. Тантанаға район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин, Ҡарабаш ауыл биләмәһе хакимиәте етәксеһе Рәфит Шәнгәрәев, отставкалағы майор Рәзиф Маннапов, “Мир” хужалығы рәйесе Илдар Нәбиев, ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе Фоат Заһиҙуллин килгәйне. Тантаналы митингты ауыл таланттары әҙерләгән ҙур концерт программаһы алмаштырҙы. Һуғыш осоро йырҙарын тыңлап, күҙҙәргә йәш тулды. Байрам аҙағында ололар сәй табыны артында һуғыш йылдары хәтирәләре менән бүлеште, ихлас әңгәмә ҡорҙо.

Лира ТАКАЛОВА,
Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы:
– Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә Рәсәй киноһы йылына арналған саралар йыш үткәрелеп тора.
Әҙәбиәт – кино сәнғәтенең нигеҙе. Әҙәбиәтебеҙҙә ки­но таҫмаһында урын алырлыҡ сағыу шәхестәребеҙ бихисап. Уҡымлы әҫәр оҫта ижадсының ҡулында сағыу сценарийға әйләнә. Йыл исеменә таянып, китапхана хеҙ­мәткәр­ҙәре Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” кинокартинаһынан һәм күп сериялы башҡорт фильмдарының береһе – “Ай ҡыҙы”нан өҙөктәр әҙерләп күрһәтте.
Беҙҙең бала саҡ кино донъяһында үтте, ошо матур саҡтарҙы иҫкә төшөрөү ниәте менән “Мөғжизәле кино сәнғәте “ тип аталған осрашыу кисәһенә Ҡараһыу ауылында оҙаҡ йылдар киномеханик булып эшләүсе Даян Иҙелбаев саҡырылды. Һәр кисәгә лә 2-се Аҡъяр урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Йәнйегетова уҡыусылары менән әүҙем йөрөй, был осрашыуға ла улар ихлас теләп килде. Даян Ғәлиаслан улы эш ваҡытындағы ҡыҙыҡлы мәлдәре, ауырлыҡтары менән уртаҡлашты. Уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. “Ул ваҡытта халыҡ кино ҡарарға күп йөрөнө, урынһыҙ ҡалмаҫ өсөн алдан килеп ултыра торғайнылар. Көн һайын ике сеанс күрһәтәм – балалар һәм ололар өсөн. Ниндәй матур саҡтар булған!” – тип иҫкә төшөрҙө.
Китапханасылар уҡыусылар менән берлектә “Киноға билеттар” тигән тамашаны сәхнәләштерҙе һәм Кино йылына арналған викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Осрашыу аҙағында Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең “Гармунсы дуҫ” пьесаһы буйынса төшөрөлгән фильмды ҡаранылар.

Сығыу ваҡыты 13-05-2016, 12:53 | Ҡаранылар: 469
|
  • Ә беҙҙең ауылда... (29 июль)
  • Ә беҙҙең ауылда... (20 май)
  • Ә беҙҙең ауылда... 6 май
  • Ә беҙҙең ауылда... 22 апрель
  • Ә беҙҙең ауылда... 18 март
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM