RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ә беҙҙең ауылда... 6 май

10.05.2016 Ә беҙҙең ауылда... 6 май

Ә беҙҙең ауылда... 6 майБыл аҙнала беҙ Хәйбулла, Баймаҡ райондарынан һәм Учалы ҡалаһынан хәбәрҙәр ҡа­бул иттек.
Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ булһа, беҙҙең дежур телефонға шылтыратығыҙ – 8-965-923-20-00. Гәзи­тебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнеш­тә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.

Гөлкәй БАЙСУРИНА,
Хәйбулла районының Быҙаулыҡ ауылы:
– Беҙҙең ауылдың Ағинәйҙәр клубы Йылайыр районының Яманһаҙ ауылы ағинәй­ҙәре менән дуҫлашты. Бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа йөрөшәбеҙ, эштәребеҙ менән таныштырабыҙ, йолалар күрһәтәбеҙ. Апрель айында яманһаҙҙарҙы саҡырып, баш итен ашатыу йолаһын атҡарҙыҡ. Ғәҙәттә, яҙ етеүгә, һуғым ите бөтөүгә, баш итенә лә сират етә. Онотолоп барған йоланы тергеҙәйек тип, ололарҙан баш ите аштары, рәт-сираты хаҡында белештек, мал-тыуар тураһында әйтем-теләктәрҙе иҫкә төшөрөп, сценарий төҙөнөк.
Ҡунаҡтарҙы матур итеп ҡаршы алғас, тәүҙә, ҡышты имен-һау сығыуыбыҙға, яңы үләнгә аяҡ баҫыуыбыҙға шөкөр итеп, йылдың мул, тыныс килеүен теләп, аят уҡыттыҡ. Өҫтәлгә тел, ҡолаҡ, ҡойҡа, дерелдәк кеүек аш-һыу әҙерләнек, итле һалманан һуң ҡоротлап һурпа эсерҙек, табын аҙағында ағас ҡалаҡтар менән ит һоғондорҙоҡ. Сәй алдынан йырлашып-бейешеп алдыҡ. Байрамда балалар баҡсаһы һәм мәктәп балалары әүҙем ҡатнашты, улар уйындар күрһәтте. Саранан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды, үҙ ҡулдарыбыҙ менән әҙерләгән бүләктәребеҙ бөтәһенең дә күңеленә хуш килде.

Резеда ВӘЛИЕВА,
Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылы:
– Республикала күркәм һәм данлы ауылдар­ҙан һанал­ған Сыңғыҙҙа милләтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ тип янып йәшәүселәр бихисап. Тыуған ауылым халҡы әленән-әле матур, изге эштәре менән тирә-йүндәгеләрҙе шатландырып, яҡташтарын ғорурландырып тора. Бынан бер нисә йыл элек Сыңғыҙ ауылы кешеһе Хәмит Ҡарамырҙин йырсы Ғәзим Ильясовҡа тай бүләк иткәйне. Ә быйыл ауылдашыбыҙ Бикбулат Буранғолов йәш йырсы Иҙел Нурғәлинды атлы итте. Һай, афарин, сыңғыҙҙар! Таланттарға бай төбәк таланттар­ҙы күрә һәм баһалай белә!

Гөлшат УСМАНОВА,
Учалы ҡалаһы:
– Учалыла башҡорт милли кейемен тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторола башланы. Был юлы үҙенең тәжрибәһе менән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәрифә Кудрявая һәм Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы уҡытыусыһы Гүзәл Уҙаҡбаева уртаҡлашты. Тағы ла Яңы Байрамғол ауылындағы “Әхирәттәр” үҙешмәкәр фольклор төркөмөнә йөрөүсе апайҙар үҙҙәренең төбәгенә хас булған яғаны тергеҙеү эшенә тотондо. Ауылда һаҡланып ҡалған боронғо яға, элекке фотолар, башҡорт халҡының биҙәнеү әйберҙәре тураһындағы китап – был сығанаҡтар нигеҙ итеп алына. Апайҙар әйтеүенсә, улар 19 майҙа Учалы ҡалаһында үтәсәк ғилми-ғәмәли конференцияға эшләп бөтөргә тырышасаҡ. Тап бына шундай апайҙар халҡыбыҙҙың ҡомартҡыларын һаҡлай һәм тергеҙә лә инде.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне