НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 23 апрелдә башҡорт теленән региональ диктантты Әхәт Мортазин уҡыясаҡ

23 апрелдә башҡорт теленән региональ диктантты Әхәт Мортазин уҡыясаҡ


23 апрелдә башҡорт теленән региональ диктантты Әхәт Мортазин уҡыясаҡИртәнән һуң, 23 апрелдә башҡорт телендә буласаҡ региональ диктантты популяр диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин уҡыясаҡ.

Ә ниндәй әҫәрҙән өҙөк диктант итеп һайланасағын ойоштороусылар сер итеп тота.

Башҡортостандың дәүләт телдәренең береһе булған башҡорт теленән региональ диктант яҙыу – түләүһеҙ үткәрелә торған акция. Унда теләгән һәр кеше ҡатнашып, үҙенең белемен тикшерә ала. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: ҡатнашыусыға үҙенең ысын исем-шәрифтәрен яҙыу мотлаҡ түгел. Диктант яҙғанда үҙе күрһәткән псевдоним йәки серле һүҙе буйынса БДУ-ның regdict.bashedu.ru сайтынан һөҙөмтәләрҙе ҡарарға була.

Башҡорт теленән региональ диктант яҙыу 23 апрелдә сәғәт 10-да БДУ-ның төп корпусында (З.Вәлиди урамы, 32-се йорт, 01, 02-се аудиториялар) һәм БДУ-ның Стәрлетамаҡ, Сибай, Бөрө, Нефтекама, Учалы филиалдарында, республиканың юғары уҡыу йорттарында, колледждарҙа, мәктәптәрҙә һ.б. ойошмаларҙа ойошторола.

Белешмә өсөн телефондар (347) 272-33-82; 273-82-72.

Башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәр, БДУ-ның regdict.bashedu.ru сайтына инеп, диктант яҙыуҙы үҙ аллы ойоштора, йәғни онлайн рәүештә яҙа ала.

Сығыу ваҡыты 21-04-2016, 16:08 | Ҡаранылар: 642
|
  • Еңел түгел икән… кеше һөйләгәнде яҙыуы
  • Халҡыбыҙҙы берләштергән диктант киләһе йылдарҙа ла ойошторолһон!
  • Башҡорт теленән региональ диктант
  • Башҡортса диктант яҙ ҙа, белемеңде тикшер!
  • «Йәшлек» хәбәрселәре диктантты нисәгә яҙҙы икән?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Шайтан
  • Һынауҙарҙан ҡайырылмаһын яҙмыштар
  • Рәнйеш алмағыҙ!
  • Зәлиә ВӘЛИЕВА
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Таяҡтар менән йөрөүҙең файҙаһы нимәлә?
  • Гөлшат ЙӘРМӨХӘМӘТОВА
  • Мәрйәм Бураҡаева олпат юбилейын билдәләй!
  • Үҙ телеңде үҙең яҡла!
  • Йондоҙнамә (16-20 апрель)



  • Радио Юлдаш FM