RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йырсы бара үҙ юлынан

14.03.2016 Йырсы бара үҙ юлынан

Йырсы бара үҙ юлынан
Хәйбулла егете Сәйет Билалов һәр кемдең зауығына тура килерҙәй йырҙар яҙа һәм башҡара

Әгәр ҙә мәгәр, карап һәләкәтенә тарап, һеҙҙе тулҡындар имен килеш кенә кеше аяғы баҫмаған утрауға сығарып ырғытһа, шул мәлдә ихлас күңелдән йырсы Сәйет Билаловтың да һеҙҙең менән бергә ҡотолоуын теләгеҙ. Сөнки, тулҡындар ҙа, икенсе карап-капитандар ҙа түгел, ә ул һеҙҙең төп ҡотҡарыусығыҙ буласаҡ.
Беренсенән, Сәйет йәһәт кенә усаҡ яғырға форсатын табасаҡ. Усаҡ күңелле шытырлағанда өшөп-туңыуҙан йә серәкәйҙән (Цеце себененән, күгәүендән) таланып үлеү янамай. Икенсенән, Сәйет үҙе лә астан һәләк булмаҫ, һеҙгә лә эсәгегеҙҙе эсәккә йәбештереп, аяҡ һуҙырға юл ҡуймаҫ. Ауыл балаһы бит ул, ҡулдары – тейешле урында, зирәклеге лә бар: филде үк ҡурып ашатмаһа ла, ҡор кеүек ҡошто ғына тоторға хәленән килер. Өсөнсөнән, уның холҡо шәп: эс-бауырыңа инеп, бөтә йәшерен сереңде белергә теләп йонсотмаҫ, ләкин, ҡайтҡым килә, тип аҡырып илағаныңда мотлаҡ башығыҙҙы күкрәгенә терәп, йыуатырға йылы һүҙҙәр табыр. Дүртенсенән, телевизор, компьютер, ноутбук, телефон, һис юғында биттәре йыртылып бөткән китап та булмаған утрауҙа Сәйет шуларҙың барыһын да бер юлы алыштырасаҡ: һағыш баҫҡанда “Юҡһыныу”ҙы, “Йөрәктәр, йөрәктәр”ҙе, йә “Аңламаның”ды йырлап, тағы ла нығыраҡ зарлатыр, кәйеф күтәренке саҡта “Катерина”, “Бушҡа ғына үтмәһен”де башҡарып, там-там аҫтында башҡортса тыпырлаттырыр, бик тә булмаһа, “Илт һин мине йәшлегемә” аҫтында хәтирәләр даръяһына сумдырыр. Йәш композитор һеҙҙән шунда уҡ, утрауҙа, пальма япраҡтарына шиғыр яҙҙырып, йырҙар ҙа ижад итер әле. Сөнки ул даими рәүештә мул емеш биреүсе ағас кеүек – ижад шишмәһе урғылып тора, һәм әллә ниндәй утрау ғына уның ҡомарын һүндерә алмаясаҡ. Һуңынан, бер концертлыҡ программа әҙерләп, икәү һал бәйләп, йырлай-йырлай ҡайтып та төшөрһөгөҙ. Бына бит, һанай башлаһаң, Сәйет Билалов менән бергә ҡотолоу – уңыштың утыҙ ике тешен күрһәтеп йылмайыуға тиң икәне ап-асыҡ күренә лә ҡуя...

Шаярыу ҡатыш яҙылһа ла, Сәйеттең үрҙә телгә алынған ыңғай яҡтары һис тә күпертелмәгән, тулыһынса дөрөҫлөккә тап килә. Ҡайһы бер дуҫтары уның ышаныслы, тоғро булыуын, егәрлелеген юғары баһалаһа, икенселәре егеттең ныҡышмалылығын, һәр саҡ алдына ҡуйған маҡсаттарға ирешергә ынтылыуын телгә аласаҡ. Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылы халҡы, Әбеш, Ҡандағаш (Аҡтүбә өлкәһе) мәктәптәре уҡытыусылары Сәйетте, шуҡ, шаян, тиктормаҫ бала, тип иҫләйҙер әле. Ә Сибай сәнғәт колледжы педагогтары хәтеренә ул етди, тырыш, һәләтле уҡыусы булып уйыла. Әйткәндәй, тап ошо уҡыу йортонда Сәйет Рәми Ғариповтың “Һандуғас моңо” шиғырына тәүге йырын ижад итә... Олатай-өләсәйҙәре тарафынан күңеленә йыр-моң орлоҡтары сәселгән егеттең тәүге остазы йыр уҡытыусыһы Камил Илембәтов булһа, һуңынан уға Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында Флүрә Килдейәрованан белем алыу бәхете тейә. Талантлы уҡытыусыларҙан уңған, 2008 йылда башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың IX төбәк-ара “Ирәндек моңдары” конкурсында еңеү яулаған, “Башҡорт йыры” бәйгеһендә уңыш ҡаҙанған Сәйет Билалов бөгөн концерт эшмәкәрлеге менән ихлас шөғөлләнә. Тынғыһыҙ Хәйбулла егете йыл һайын яңы йырҙарын тамашасылар хөкөмөнә сығарып, концерттары менән республикабыҙ сәхнәләрен гөрләтә. Үҙенә генә хас башҡарыу оҫталығына эйә, сағыу, бай тембрлы, көслө тауышлы йырсының иң беренсе концерт программаһы “Өмөт өҙмәгеҙ” тип аталһа, быйылғыһы “Үҙ юлымдан барам” тип исемләнә. Ижади эҙләнеүҙәрҙән һис бер ҡасан туҡтамаған Сәйеттең репертуарында үҙе ижад иткән эстрада йырҙары ла күп, башҡорт халыҡ ынйылары ла бихисап. Һәр кемдең зауығына тура килерлек йыр табылғанға, уның ижадын йәштәр ҙә, урта йәштәгеләр ҙә, ололар ҙа берҙәй үҙ итә.

Вилдан Яруллин ярҙамы менән тауыш яҙҙырыу студияһын ойошторған Сәйет Билалов Марсель Ҡотоев, Юнир Һағынбаев, Венера Юлгилдина, Фәриҙә Ғаззалова кеүек йырсылар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә – бергә-бергә улар башҡорт эстрадаһы күген төрлө төҫ менән балҡыта, күңелдәребеҙҙе гүзәл тауыштары менән иркәләтеп, моңдары менән байыта. Улар араһында Сәйет һис тә юғалып ҡалмай, дөйөм тауыштар эсендә уның моңо айырым ишетелә.

Ошонан һуң тағы ниндәй шиктәр булыуы мөмкин? Утрауҙа ҡотолорға икән, мотлаҡ тик Сәйет Билалов менән бергә!

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.


Ҡыҫҡаса мәғлүмәт:
Тыуған көнө: 1985 йылдың 22 ноябре;
Тыуған ере: Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылы;
Яратҡан ризығы: бишбармаҡ;
Яратҡан төҫө: йәшел;
Яратҡан композиторҙары: Заһир Исмәғилев, Айрат Ҡобағошов, Хөсәйен Әхмәтов.
Ғаилә хәле: өйләнгән, ҡатыны Зилиә Юлай ҡыҙы менән ҡыҙ үҫтерәләр.


“Ғүмер” йыры
(Сәйет Билалов һүҙҙәре һәм көйө)
Ашығаһың, туҡтамайһың,
Бер кемдән һин һорамайһың,
Кемгә бәхет бирергә, тип,
Нисек итеп һин һайлайһың?
Ғүмер, ғүмер, ҡайҙа ағаһың?
Ғүмер, ғүмер, ҡайҙа сабаһың?
Ғүмер, ғүмер, ҡайҙан табаһың,
Кемгә бәхет, кемгә ҡайғы табаһың?..

Йыуатаһың, илатаһың,
Ҡанаттарҙы ҡайыраһың,
Ғүмерҙәрҙе ҡыуа-ҡыуа,
Әллә инде шаяраһың...
Ғүмер, ғүмер, ҡайҙа ағаһың?
Ғүмер, ғүмер, ҡайҙа сабаһың?
Ғүмер, ғүмер, ҡайҙан табаһың,
Кемгә бәхет, кемгә ҡайғы табаһың?..










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне