RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һыуытҡысты тапшырҙыҡ!

11.03.2016 Һыуытҡысты тапшырҙыҡ!

Һыуытҡысты тапшырҙыҡ! Белорет районының Мәхмүт ауылында йәшәүсе Мәхүбә Һибәтуллинаға “Йәшлек” һәм “Урал” гәзиттәрен яратыуы ҙур бүләк отоу мөмкинлеге бирә.

“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы 2016 йылдың тәүге ярты йыллығына үҙенә ҡараған гәзит-журналдарға яҙылған матбуғат алдырыусылар араһында акция ойошторҙо. Уйын шарттарыбуйынса, унда ҡатнашыу өсөн район һәм республика гәзитенә яҙылыусылар абонемент күсермәләрен нәшриәт йортона ебәрҙе. Беҙҙең гәзит уҡыусыларыбыҙ ҙа әүҙемлек күрһәтеп,
был акцияла ҡатнашты. Һөҙөмтәлә нәшриәт йорто уйнатҡан 21 бүләктең икәүһе (!) “Урал” гәзитенә һәм республика баҫмаһына яҙылған уҡыусыларыбыҙға эләкте.

Ошо аҙнала бүләк отоусыларҙың береһе – Мәхмүт ауылында йәшәү- се Мәхүбә Йосоп ҡыҙы Һибәтуллинаға һыуытҡысты тапшырҙыҡ.
Бүләкте Өфөнән алып ҡайтҡансы, ҡараңғы төштө. Етмәһә, дүшәмбелә туҡтауһыҙ ҡар яуҙы. Юл насар булғас, машина сәғәтенә 60 саҡрым тиҙлек менән генә бара. Мәхмүткә барып ингәндә, тамам ҡараңғы төшкәйне. “Ағиҙел” урамына төшөп, бер аҙ барғас, машинабыҙ батты. Тар ғына итеп йырылған юл “ГАЗель” үтерлек түгел ине шул. Артабан һыуытҡысты күтәреп алып барҙылар.
Беҙ барып ингәс, хужабикәнең 1-се класта уҡыған ейәнсәре Лилиә: “Өләсәйем бүләк отҡас, ҡыуандыҡ. Мин һеҙҙе көттөм”, – тип ҡаршы алды.
– Коллегам Рәйлә Иҡсанова һыуытҡыс отоуым тураһында һөйөнсө һораны. Уға балалары интернеттан уҡып әйткән. Бындай ҙур бүләкте беренсе тапҡыр оттом. Электән “Йәшлек” гәзитен алдырам, “Урал”дан да ҡалған юҡ. “Йәшлек”тәге сканвордтарҙы сисергә яратам. “Урал”да район яңылыҡтары менән танышам. Ҡотлауҙарҙы яратып уҡыйым. Тыуған ауылым Әзекәй тураһын- дағы яңылыҡтарҙы белеп торам. Шулай уҡ эш буйынса “Башҡортостан уҡытыусыһы”н, ейәнсәремә “Аҡбуҙат” журналын да алдырам. Акцияла ҡатнашҡанда “Йәш лек” һәм “Урал” гәзиттәренең кви- танцияларын ебәргәйнем, – тине Мәхүбә Йосоп ҡыҙы.
Әзекәй ауылы ҡыҙы, Белорет педагогия училищеһын тамамлағас, 1986 йылда Мәхмүт мәктәбе- нә эшкә килә һәм был ауылда төп- ләнә. “Килеп төшөү менән ауыл һәм уның тәбиғәте оҡшаны”, – ти Мәхүбә Йосоп ҡыҙы.
Әйткәндәй, хужабикә бынан ике йыл элек яңы һыуытҡыс һатып алған булған. “Бүләк булғас, был һыуыт ҡысты үҙемә ҡалдырам, өйҙәгеһен балаларға бирермен”, – ти ул.
Бәхетле гәзит уҡыусыбыҙҙы бүләк алыуы менән ҡотлайбыҙ. Һыуытҡысын ҡыуанып файҙаланһын. Әүҙем булған, милли матбуғаттан айырылмаған башҡа гәзит уҡыусыларыбыҙға ла ошондай бәхет йылмайыуын теләйбеҙ.
Рәмилә МУСИНА. АВТОР фотоһы










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне