НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Ниһайәт премьер-министрлы ла булдыҡ

Ниһайәт премьер-министрлы ла булдыҡ


Ниһайәт премьер-министрлы ла булдыҡРөстәм Хәмитов Рөстәм Мәрҙәновты Башҡортостандың Премьер-министры итеп тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Уның кандидатураһын төбәк Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тәҡдим итте. Республика парламенты депутаттары тәҡдимде хупланы. Рөстәм Хәмитов депутаттар алдында Рөстәм Мәрҙәновты республика Премьер-министры итеп тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Яңы тәғәйенләнгән Премьер-министр кешелек потенциалын үҫтереү төп өҫтөнлөк буласағын һыҙыҡ өҫтөнә алды. «Республика Башлығының Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән маҡсаттарға ирешеү өсөн белемемде, көсөмдө һәм тәжрибәмде ҡулланырға һүҙ бирәм», — тине ул.

Рөстәм Хәбиб улы Мәрҙәнов 1964 йылда Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт авиация институтын тамамлаған. Иҡтисад фәндәре кандидаты. 2013 йылдан — Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары. Ошо вазифала ул Финанс министрлығы, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы, Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм башҡа ведомстволарҙың эшмәкәрлеген күҙәткән.

Сығыу ваҡыты 26-11-2015, 14:04 | Ҡаранылар: 496
|
  • Тәғәйенләүҙәр
  • Грант алып ҡыуандылар
  • Инспекциянан – комитетҡа
  • Башҡортостанға яңы прокурор килә
  • Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлыҡта − яңы урынбаҫар
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM