НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » “Бәйләнештә” селтәрендәге гәзитебеҙҙең төркөмө тураһында

“Бәйләнештә” селтәрендәге гәзитебеҙҙең төркөмө тураһында


Ҡәҙерле дуҫтар!
“Бәйләнештә” селтәрендә ултырыусылар беҙҙең Йәшлек Гәзите тигән айырым сәхифә менән яҡшы таныш. Шул уҡ мәлдә "Йәшлек” гәзите проекты” исемле рәсми төркөм дә бар.

Улар нимәһе менән айырыла һуң? Тәүгеһе кешенең дуҫтары араһында булһа, икенсеһе төркөмдәр исемлегендә тора. Сәхифәләге дуҫтар һаны 10 меңдән артһа, артабан улар тик яҙылыусы – подписчик рәтенә генә инә ала. Ә төркөмдә улай түгел, ун меңдән артыуы беҙгә тик ҡулайлы ғына.

Сәхифә һәм төркөмдөң бергә булыуы, уларҙың бер-береһен ҡабатлауы беҙгә һәм интернеттағы тоғро дуҫтарыбыҙға тик мәшәҡәт тыуҙыра. Ошо сәбәпле беҙ “Йәшлек гәзите” тигән айырым сәхифәнең эшен яйлап туҡтатырға һәм унда яҙылыусыларҙы рәсми төркөмөбөҙгә күсерергә булдыҡ. Әйткәндәй, уның исеме “ЙӘШЛЕК” гәзите” тип ҡыҫҡартылды. Эстәлеге шул уҡ ҡала – сәхифәләге һымаҡ гәзиттең сайтынан мәҡәләләргә һылтанма, яңылыҡтар, ҡыҙыҡлы фотолар ҡуйыласаҡ, аралашыу мөмкинлеге лә ҡаласаҡ. Иғтибар итегеҙ – сайт һәм төркөмдә мәҡәләләр тулыһынса бирелмәй, “Йәшлек” менән рәхәтләнәбеҙ тиһәгеҙ, ҡағыҙ гәзитте алдырып уҡырға кәрәк буласаҡ.

Төркөмдә асҡыс һүҙ – хэштегтар менән эҙләү бар. Улар:
#Йашлек_газите_янылыктары
#Йашлек_газите_видео
#БулатСултангареев
тип билдәләнгән. Исемдәре әйтеп тороуынса улар аша яңылыҡтарҙы, видео яҙмаларҙы һәм Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар бәйгеһенә ҡағылышлы мәғлүмәтте табып була. Асҡыс һүҙҙәр тағы ла өҫтәләсәк.

Яңылыҡтарға килгәндә беҙ төркөмдә башлыса республикала булған хәл-ваҡиғалар менән таныштырасаҡбыҙ. Хәҙер күп ауыл-ҡасаба-ҡалаларҙың “Подслушано *****” тигән төркөм-пабликтары күп. Уларҙы һәр мәктәп тә алып бара. Шуларҙан һеҙгә һәм үҙебеҙгә ҡыҙыҡлыны алып, тикшереп ҡуясаҡбыҙ. Башҡортостандың ижтимағи-сәйәси хәленә, ябай кешене борсоған проблемаларға, йәшәйешебеҙгә ҡағылғанға ла иғтибар итәсәкбеҙ. Шулай уҡ рәсәй һәм сит илдәрҙе лә онотмаясаҡбыҙ.

Төркөмөбөҙҙөң “туғандары” - “Йәшлек” гүзәле – 2015” һәм Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсы проекттары ла үҙ эшен дауам итәсәк.

“ЙӘШЛЕК” гәзите” төркөмөнә ҡушылығыҙ, эшен күҙәтегеҙ, баһа бирегеҙ!
МӨХӘРРИРИӘТ

Сығыу ваҡыты 5-11-2015, 15:03 | Ҡаранылар: 493
|
  • Ижади бәйгебеҙ башланды!
  • Гәзит исеме Өфө урамдарын йәмләй
  • УҠЫУСЫЛАР ӨСӨН ИЖАДИ ЯРЫШ
  • Һылыуҡайҙар, һеҙ ҡайҙа? “Йәшлек гүзәле – 2014” конкурсы старт алды
  • Мин “ЙәшлекМән”, Ә һин?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM