RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рәсәй аҡыллы баштарынан яҙа

01.12.2010 Рәсәй аҡыллы баштарынан яҙа






Рәсәйҙең талантлы йәш ғалимдары, ғилми белгестәре һәм уйлап табыусылар күпләп сит илгә китеү яғын ҡарай. Инновациялар һәм мәғлүмәти технологиялар үҫеше буйынса милли ассоциация мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2009 йылда, мәҫәлән, АҡШ-ҡа - 56 мең, Израилгә - 13 мең тирәһе, Австралияға - 12 мең, Германияға - 9 мең, Канадаға 8 мең кеше киткән. Ә 1992 йылдан алып Рәсәйҙән 3 миллиондан артығыраҡ белгес үҙ иленән ситкә сығып киткән. Иң ҡыҙығы - революцион идеяларҙы һәм технологияларҙы бойомға ашырырға һәләтле йәш быуын.
Ә беҙҙекеләрҙе нимә ҡыҙыҡтыра һуң сит илдә?~k,bnn`? b\ n`=7` Әлбиттә, иң тәүҙә - лайыҡлы эш хаҡы. Тағы ла социаль тәьминәт. Һәм сит ил гражданлығын алыу мөмкинлеге. Һөҙөмтәлә бөгөн беҙҙең 90 меңдән ашыу йәш белгес АҡШ-та, 40 мең - Германияла, 20 мең - Великобританияла, 4 мең тирәһе - Японияла, 25 мең тирәһе ҡытайҙа даими нигеҙҙә эшләй.
Былай барһа, Рәсәй белгестәрҙең креатив ҡатламынан яҙасаҡ, ә уларһыҙ инновацион технологиялар тыуҙырыу процесы туҡтап ҡаласаҡ. Артабанғы хәл-торош тураһында һөйләп тороуҙың кәрәге юҡтыр. Әйткәндәй, Башҡортостан буйынса ла ошондайыраҡ мәғлүмәттәр табып булмаҫмы икән, тип, министрлыҡтар һәм ведомстволарға сығып ҡараныҡ, тик аныҡ ҡына яуап ала алманыҡ. Ә бит республикала бөтә Рәсәй кимәлендә, тимәк, донъя кимәлендә лә эшләрлек белгестәр сығарыусы, йәш ғалимдар үҫтереүсе вуздарыбыҙ, ғилми-тикшеренеү институттарыбыҙ байтаҡ ҡына.
Үҙ илен көслө, ҡеүәтле итеп күрергә теләгән дәүләт юғары белемле, һәләтле, талантлы белгестәре менән әләф-тәләф итергә тейеш түгел дә бит... 25-26 ноябрҙә республикала инновацион технологиялар буйынса төбәк-ара конференция ла үтте һәм унда нәҡ ошолар тураһында һүҙ барҙы. Бәлки, боҙ ҡуҙғалыр.












Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне