RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Пассажирҙар хәүефһеҙлеге кем ҡулында?

01.12.2010 Пассажирҙар хәүефһеҙлеге кем ҡулында?

Пассажирҙар хәүефһеҙлеге кем ҡулында?
Баш ҡалабыҙҙың Октябрь проспекты - иң «тере», иң шаулы, халыҡтан бигерәк, транспорт иң күп йөрөгән генә тип әйтеү әҙ булыр, мыжғып торған урамы. Бында хәҙер, элекке кеүек, үҙеңә кәрәк маршрут буйлап йөрөгән автобусты йәиһә троллейбусты көтөп, оҙаҡ торорға түгел: туҡталышҡа килеп ет кенә - ултырып та китәһең. Өҫтө-өҫтөнә ПАЗ-иктар, НефАЗ-дар, «Мерседес»тар, «Газель»дар, ҡытай автобустары һәм башҡалар килеп-китеп кенә тора. Кеҫәң тәрәнлегенә һәм ваҡытың мөмкинлегенә ҡарап, теләгәнеңә ултыр.
Эйе, теләгәнеңә ултыраһың. Тик... Ана шул беҙҙең, үҙ хәүефһеҙлегебеҙ тураһында уйлап еткермәйенсә, «теләгән» автобусыбыҙға ултырыуыбыҙ бик икеле лә инде. Ни өсөнмө? Бына ошо һорауға яуапты ҡала маршруттарының береһе буйынса йөрөгән бер автобус водителе менән бергәләп эҙләп ҡарайыҡ. Таяҡ ике осло булғанлыҡтан, уның исем-шәрифен яҙмаҫҡа булдыҡ.[/b]- ҡала маршруты автобусында күптән эшләйем тинегеҙ. Дәүләт автопаркында эшләйһегеҙме, әллә үҙегеҙҙең автобус бармы?

- Үҙемә автобус алып ебәргәндә килешер ине лә, тик кеҫә яғы таҡырыраҡ шул. Шунлыҡтан кешегә ялланып эшләп йөрөйөм. Байтаҡ йылдар эшләгәс, үҙемә беркетелгән машинама үҙемдеке кеүек итеп ҡарайым: рейстан һуң көн дә ҡарап, йүнләп, ремонтлап, майлап, йыуып торам. Ни тиһәң дә, кеше ғүмере өсөн яуап бирәм бит. Икенсенән, хужаңдың ышанысынан да сығырға ярамай: ул бит автобусты аҡса эшләү ниәте менән һатып алып, эшкә ҡушҡан. Шулай булғас, транспорт өҙлөкһөҙ, шул уҡ ваҡытта аварияһыҙ һәм бер ниндәй сетерекле хәлдәргә ҡалмайынса ғына йөрөргә тейеш.

- Байтаҡ йылдар эшләгәс, эш хаҡы менән ҡәнәғәтһегеҙҙер?

- Төрлө ваҡыттар була. Аҡсаһы маршрутына, рейсына ҡарап килә. ҡайһы берҙә тос ҡына килем төшә, буш кеҫә менән ҡайтып ингән саҡтар ҙа булғылай. Миңә, мәҫәлән, көнөнә хужама мең ярым һумды тапшырыу планы бирелгән. Ә уның паркында бер нисә тиҫтә автобус. Шуларҙың һәр береһенән хужаға көнөнә 1,5 мең һум аҡса килеп торһон әле... Ә беҙҙең, водителдәрҙең, эш хаҡы - пландан тыш ҡалғаны. Яҡшы төшөм булһа - ҡыуаныс, булмаһа - танау төшә.

- Бер йәш ҡатын иренә зарланды: кредитҡа автобус һатып алып, ире Өфөлә автобус маршруты асҡан. Тик ауыҙына баш була алмай икән, шунлыҡтан, төшкә тиклем башы шаңҡып, рейсҡа сыға алмай ята. Һөҙөмтәлә төшөм дә әҙ, ә автобустары өсөн тағы ла 150 мең һум түләргә ҡалған. «Эсеүеңде ташламаһаң, айырылам, тип янаным иремә. Тик улыбыҙ бар шул - уға атай кәрәк бит. Икенсенән, айырылышһаҡ, ул бөтөнләй юҡҡа сығып ҡуйыуы ихтимал. Аптыралған инде...», - тип һандырағайны. Ниңә, рейсҡа сығыр алдынан водителдәр медицина тикшереүе үтмәйме ни? Эскән йәки «пахмурҙан» шаңҡыған баш менән кеше ташырға сығалар икән дә?..


- Дәүләттекендә бар ҙа ул, ә шәхси автопарктарҙа кем тикшереп ултырһын уларҙы? Берәй ЧП-ға эләкһәләр генә әҙерәк шаулашып алған булалар ҙа, тағы ла онотола. Наркоман водителдәр әҙ тотолдомо ни автобус йөрөтөүселәр араһында? Шәхси автопарк тотоусыларға артыҡбаш кәрәкмәй ҙә инде, шунлыҡтан медицина хеҙмәткәрҙәрен тотмайҙар ҙа улар.

- Тороп тороғоҙ әле: уларҙың ҡулында бит пассажирҙар ташырға рөхсәт биргән документтары бар. Ә документта водителдәргә көн һайын рейсҡа сығыр алдынан «медицина шаһитлауы» үткәреүсе кеше булыуы тураһында аҡҡа ҡара менән яҙыла...

- Һеҙ ҡайһылай бер ҡатлы кеше икәнһегеҙ. Хәҙер бит бөтә нәмәне лә аҡса хәл итә. Автопарк тотоусылар араһынан кемдәр тендер үтә тиһегеҙ? Эйе, кемдең таныш-тоношо бар һәм кем күберәк аҡса төртә. Бер генә урынға күпме аҡса төрткәндәрен беләһегеҙме? 300 мең һум! Шул тиклем аҡса өсөн ниңә рөхсәт бирмәҫкә ти?
Ә һеҙ һөйләгән водитель ҡайһы автопаркта эшләй икән?

- Ул тиклемен белмәйем. Әммә уның ПАЗ-игы 249-сы маршрут буйынса йөрөй. ҡатыны һөйләгәндән һуң мин ул маршрут буйынса йөрөгән 249-сы автобустарға ултырмаҫҡа тырышам. ҡурҡытыла барыбер: тағы ла «пахмур»ҙан булһа, берәй хәлгә осрауыңды көт тә тор.

- Эшләгән генә аҡсаңды эскегә туҙҙырып, өҫтәүенә, рейсҡа сыҡмай ятһаң, ул нимә була инде ул? Ул сағында автобуста эшләмәүең хәйерлерәк. Автобустар күбәйгәне бирле тәки-тәк көнөнә иң күбендә дүрт-биш кенә рейс эшләп була. Был хеҙмәт хаҡында ла сағылмай ҡалмай. Юҡ, мин улайтып эсеп йөрөмәйем. Эшләргә икән - эшләргә. Нечего дурака валять!

- Автобустарҙың эркелешеп йөрөүенә, билеттар хаҡына ҡарағанда ҡала халҡын хеҙмәтләндергән автопарктар ҙа байтаҡтыр?

- Белеүемсә, утыҙлап.

- Ыста-а-а, ул тиклем автопаркҡа ихтыяж бармы микән ни? Пассажирҙарға булған ихтыяждан сығып эшләнгән үҙенә күрә берәй норма булырға тейештер бит инде?

- Хәҙер аҡсаһы һәм башҡа мөмкинлеге булған һәр кем үҙ автопаркын булдырырға тырыша, көндәлек тере аҡсанан кем баш тартһын? Ә ихтыяж булыу-булмауы кемде ҡыҙыҡһындыра тиһең? Хәҙер бит нәҡ ҡала транспорты хеҙмәте - иң төшөмлө өлкә. Ә аҡса әйләнгән ерҙә коррупция сәскә ата, яҙылған һәм яҙылмаған закондар барлыҡҡа килә. Беҙҙә нимә ул, бына Мәскәүҙә булһағыҙ...

- Аҡса артынан ҡыуып, автобустарының төҙөклөгөнә лә ул тиклем иғтибар бирмәйҙәрҙер инде ул?

- Уныһы инде водителдең кемлегенә бәйле. Әгәр ҙә ул автобусын биш бармағы кеүек белһә, һәр боҙоғон һиҙеп торһа, ваҡытында төҙәтергә тырышасаҡ. Әгәр ҙә инде уға диңгеҙ тубыҡтан икән, рейста туҡтап ҡалғанға тиклем йөрөйәсәк. Шунлыҡтан кеше ташыған транспортҡа водителдәр иләк аша үткәрелеп алынырға тейеш, сөнки ул үҙ ғүмере, автобусы өсөн генә яуап бирмәй, ә меңәрләгән пассажир, шулай уҡ бөтә юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеге өсөн дә яуаплы. Әйткәндәй, бына бөгөн бөтә автобустарҙы ла туҡтатып тикшерһәң. яртыһынан күбеһенең төҙөк булмауын асыҡларға була.

- Проспектта автобустарҙың кемуҙарҙан ярышыуы бигерәк тә туҡталыштарҙа ныҡ күҙгә бәрелә: береһе килеп туҡтап өлгөрмәй, икенсеһе, өсөнсөһө һәм артабанғылары өҫтөнә менеп бара, түҙемһеҙләнеп сигналдарына баҫалар; урынынан ҡапыл ҡуҙғалып китеп, бер-береһен кәйелеп-кәйелеп урап үтеп, сыйылдап килеп туҡтайҙар - автобус салонында аңҡы-тиңке килгән пассажирҙарына төкөрҙөләр, ти. Кисә автобусын шул рәүешле ҡыуған шоферға бер өлкән йәштәге ағай, аптырағандан: «Утын тейәмәгәнһең бит, ә тере кешеләр һинең автобусыңда», - тип ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе.

- Эй, апай. донъяның кеме генә юҡ. Ағы ла, ҡараһы ла, тигәндәй. Автобус йөрөтөүселәр араһында тупаҫтары булған кеүек, пассажирҙар араһында ла водителгә сүпкә ҡараған кеүектәре бихисап. Әйтерһең дә, руль артында бынауындай ығы-зығыла көнө буйы йөрөп, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген боҙмаҫҡа, пассажирҙарын урын-еренә иҫән-һау ғына илтеп ҡуйырға тырышҡан тере кеше түгел, ә робот. Яман һүҙҙәрен дә һоғондороп китәләр, рәхмәт яуҙырыусылар ҙа һанһыҙ. Водителгә түҙемлелек, сабырлыҡ һәм һаулыҡ кәрәк. Рейстан арманһыҙ булып ҡайтып йығылаһың - беҙҙең икмәк еңел табылмай.

Осраҡлы һәм ирекле рәүештә ҡоролған был бәләкәй генә әңгәмәне уҡыған кеше ҡала транспортының ҡайһыһына өҫтөнлөк биреү-бирмәүҙе үҙе хәл итһен, ә беҙҙең бурыс - уларҙың ҡолағына мәғлүмәт төшөрөү. Хәйерле юл барыбыҙға ла!

P.S. Баш ҡалабыҙҙың экологик таҙалығы бөгөн, статистика күрһәтеүенсә, сәнәғәт эшмәкәрлегенән бысраныуҙан ҡарағанда автотранспорттан нығыраҡ бысрана. Элек проспект буйлап йөрөгән трамвай юлдарын ябып, автотранспорт хәрәкәтенә «йәшел ут» биреү ҡала һәм унда йәшәүселәр өсөн хөрт булып сыҡты: транспорт тығындары кәмемәне, киреһенсә, автомобилдәр һәм автобустар һаны артҡанлыҡтан һауа бысраныу һәм юл-транспорт хәүефһеҙлеге тағы ла нығыраҡ артты.
Хәҙер сит илдәрҙә электр ярҙамында хәрәкәт иткән йәмәғәт транспортына өҫтөнлөк бирелә. Францияла, мәҫәлән, трамвай линиялары арта бара. Хәйер, Мәскәүҙә лә уларға өҫтөнлөк бирә башланылар. Өфөлә ҡайтанан трамвай линияларын тергеҙгәндә, экологик хәл дә яҡшырыр ине лә бит...











Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне