RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Еңеүселәр билдәләнде, алда - бүләкләүҙәр

19.05.2015 Еңеүселәр билдәләнде, алда - бүләкләүҙәр

Ултырышта бик ҡыҙыу бәхәстәр яңғыраны. Эйе, дәғүәселәр үҙҙәренең ижады менән халҡым, телем, ерем, илем тип янып-көйөүселәр икәнен күрһәтте. Береһенән-береһе ҡыҙыҡлы, саф идея-фекерҙәр, төрлө юҫыҡты күрһәткән уйҙар - былар барыһы ла конкурста ҡатнашырға теләгән егет-ҡыҙҙарҙың эштәрендә күренде.

2015 йылғы конкурста беренсе урынды “Барыһы ла беҙҙең ҡулда, йәштәр!” ("Йәшлек", 27 март, 12-се һан) мәҡәләһе менән Рәйлә ХӨСӘЙЕНОВА яуланы! Ул Мәләүез районы ҡыҙы, Смаҡ ауылындағы Динис Бүләков исемендәге мәктәптең 11 класы уҡыусыһы. Рәйлә тәүгеләрҙән булып конкурста ҡатнашырға баҙнат итте, беренсемен тип ҡурҡманы. Билдәле булыуынса, беренселәргә һәр ваҡыт ҡыйын. Ошоға күрә лә Рәйләнең батырлығы тулыһынса баһаланды тип әйтәбеҙ.

Икенсе урынға «Донъяла ярылып ятҡан эҙең ҡалһын» тигән мәҡәләһе (№18, 8 май) Әбйәлил егете Тимур ХӘЙБУЛЛИН лайыҡ булды. Ул Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһында 11 класта белем ала. Тимурҙың эше баһалаусыларға бик оҡшаны, уның ысын ир-егет булыуҙың өс йүнәлешле концепцияһы ҡыҙыҡлы һәм иғтибарға лайыҡлы тип танылды.

Өсөнсө урынды Ҡ.Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназияһының 11 класс уҡыусыһы Айзилә МӨЛӨКӨВА яуланы. «Кеше ерҙе биҙәр өсөн тыуа». Ҡатын-ҡыҙҙар ерҙе һәм кешелекте биҙәр өсөн тыуа, шуға күрә лә еңеүсенең ошо теманы һайлауы ла бик урынлы булды.

Бынан тыш, өс махсус приз әҙерләнде. Уларға Рәшит Солтангәрәев исемендәге Таймаҫ гимназияһының 10-сы класс уҡыусыһы Айнур ТУНАСОВ, Өфө ҡалаһы Киров районының Халыҡтар дуҫлығы орденлы А.М. Горький исемендәге 3-cө гимназияһында 11 класта белем алған Роман ЗАЙКИН менән Өфө ҡалаһының C. Бикеев исемендәге һөнәри колледжы уҡыусыһы Юлиә ХӘМИҘУЛЛИНА лайыҡ булды.

Конкусрҡа йәмғеһе 97 кеше үҙ эштәрен ебәрҙе. Уларҙың араһынан 23 кешенең ижады гәзит битендә донъя күрҙе. Ҡалған мәҡәләләр октябрь айына ҡәҙәр баҫыласаҡ. Әйткәндәй шул ваҡытта 2016 йылға конкурсҡа эштәр ҡабул итеү башланасаҡ.

Түбәндәге исемлектә үҙҙәрен табыусылар төрлө номинацияларға лайыҡ булды. Улар 20-22 майҙа «Йәшлек» гәзите редакцияһында (Өфө ҡалаһы, Октябрҙың 50 йыллығы урамы, 13, 8 ҡат, 815 бүлмә) иртәнге сәғәт 9-ҙан төшкө сәғәт 6-ға тиклем бүләктәрен һәм Маҡтау ҡағыҙҙарын ала алалар. Рәхим итегеҙ еңеүселәр!

1) - Рәйсә Абзелимова, Учалы районының Учалы ауылы, 11 класс,
2) Азат Һөйөндөков, Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты, 11 класс,
3) Әлиә Байғусҡарова, Мәләүез ҡалаһының Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы, 10 класс,
4) Әлиә Батраева, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты, 9 класс,
5) Әлиә Сапарова, Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты, 11 класс,
6) Алһыу Аҡсурина, Көйөргәҙе районы Рәшит Солтангәрәев исемендәге Таймаҫ гимназия-интернаты, 11 класс,
7) Гүзәл Хәйретдинова, Балтас районы Иҫке Балтас ауылының 2-се мәктәбе, 11 класс,
8) Гөлдәниә Миңлебаева, Мәләүез ҡалаһының Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы, 11 класс,
9) Гөлдәр Сәфәрғәлина, Учалы районы Ураҙ лицейы, 11 класс,
10) Гөлйемеш Ҡылысова, Өфө ҡалаһы Ленин районының 128-се мәктәбе, 10 класс,
11) Гөлназ Бәширова, Ғафури районы Ҡауарҙы ауылы, 11 класс,
12) Гөлсөм Теүәлбаева, Учалы районы Мәҫкәү ауылы, 11 класс,
13) Дилә Бадалова, Белорет районы Шығай ауылы, 10 класс,
14) Миләүшә Мирғадеева, Дүртөйлө ҡалаһының 4-се мәктәбе, 10 класс,
15) Заһиҙә Мусина, Йылайыр районы Йомағужа ауылы, 11 класс,
16) Роман Зайкин, Өфө ҡалаһы Киров районының Халыҡтар дуҫлығы орденлы А.М. Горький исемендәге 3-cө гимназияһы, 11 класс,
17) Зөлфиә Ноғоманова, Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты, 11 класс,
18) Асҡар Игликов, Республика башҡорт лицей-интернаты, 10 класс,
19) Илназ Азаматов, Илеш районы Үрге Йәркәйҙең 1-се гимназияһы,
20) Илүзә Әсфәндиәрова, Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы, 10 класс,
21) Илүзә Мөхәмәтйәнова, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты,
22) Ирина Әбдерәхмәнова, Дүртөйлө районы Семилетка ауылы, 10 класс,
23) Ләйсән Аҙнабаева, Белорет районы Абҙаҡ ауылы, 10 класс,
24) Ләйсән Мәсәлимова, Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы, 11 класс,
25) Лиана Ғәлиуллина, Илеш районы Үрге Йәркәйҙең 1-се гимназияһы, 10 класс,
26) Мәрйәм Юнысбаева, Республика иҡтисад лицей-интернаты, 10 класс,
27) Надир Солтангәрәев, Мәләүез ҡалаһының 4-се мәктәбе, 11 класс,
28) Нәзифә Аҡҡужина, Йылайыр районы Йомағужа ауылы, 11-се класс,
29) Румия Абдуллина, Салауат районының Байыҡ Айҙар исемендәге Арҡауыл ауылы мәктәбе, 11-се класс,
30) Гүзәл Түлебаева, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты, 11-се класс,
31) Фирғәт Шәмиғолов, В.И.Ленин исемендәге 2-се Стәрлетамаҡ лицей-интернаты, 10 класс,
32) Зилара Хәмитова, Мәләүез ҡалаһының Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы, 10 класс,
33) Элина Усманова, Балаҡатай районы, Билән ауылы, 10 класс,
34) Эльза Ғафарова, Өфө ҡалаһы, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ колледжы, 2 курс,
35) Эльза Харисова, Дүртөйлө районы Семилетка ауылы, 11 класс,
36) Рәмилә Сафина, Күгәрсен районының Мораҡ ауылы башҡорт гимназияһы, 11 класс,
37) Йәнгүзәл Сәлихова, Күгәрсен районының Тәүәкән ауылы, 11 класс,
38) Айнур Тунасов, Рәшит Солтангәрәев исемендәге Таймаҫ гимназияһының 10-сы синыф
39) Нурсилә ЯҠШЫЕВА, Мәләүез районы, Нөгөш ауылы 10-сы класс
40) Ләйсән ИМАМОВА, Илеш районы Үрге Йәркәй ауылы 1-се гимназияһы 10 клас
41) Юлиә ХӘМИҘУЛЛИНА, Өфө ҡалаһының C. Бикеев исемендәге һөнәри коледжы уҡыусыһы
42) Айһылыу Ибраһимова, Бөрйән районы Иҫке Собханғол мәктәбе, 10 клас
43) Ынйыгөл Ишбулатова, Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты, 11 класс,
44) Наҙгөл Бирғәлина, Учалы районы Уральск ауылы, 11 класс,
45) Ғәлиә Сазреева, Илеш районы Үрге Йәркәйҙең 1-се гимназияһы, 10 класс,
46) Айгөл Вәлитова, Шишмә районы Дурасов ауылы, 10 клас
47) Дилә Килдейәрова, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты, 11-се класс,
48) Диана Иштәкбаева, Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы, 10 класс,
49) Айзирә Шәйхитдинова, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия интернаты, 10 класс

1) Айзилә Мөлөкова, Ҡ. А. Дәүләткилдеев исемендәге һынлы сәнғәт
гимназия-интернаты, 11-се класс.
2) Айһылыу ДАУЫТОВА, Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты, 10 класс,
3) Алина Абдуллина, Ишембай ҡалаһының 11-се мәктәбе, 11 класс,
4) Алина Ғөбәйҙуллина, Ишембай ҡалаһының 11-се мәктәбе, 11 класс,
5) Гүзәл Ҡамаева, Туймазы ҡалаһының 7-се мәктәбе,
6) Гөлсирен ФӘЙЗУЛЛИНА, Ғафури районының Сәйетбаба ауылы Ж. Кейекбаев исемендәге мәктәбе, 10 класс,
7) Данил Садыҡов, Өфө ҡалаһының 94-се лицейы, 11 класс,
8) Динара Сафиуллина, Ғафури районының Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, 11 класс,
9) Зәлиә Юлышева, Йылайыр ауылы башҡорт гимназияһы, 11 класы
11) Илдар ДӘҮЛӘТГӘРӘЕВ, Дәүләкән районы Ҡыҙрас ауылы мәктәбе, 10 класс,
13) Ирина ИҘИӘТУЛЛИНА, Туймазы ҡалаһының 7-се мәктәбе, 10 класс,
14) Лилианна ӘҒЗӘМОВА, Учалы районы Ураҙ лицейы, 10 класс
16) Ләйсән Нәҙерғолова, Йылайыр районының Юлдыбай ауылы, 10 класс
17) Нәсимә КӘРИМОВА, Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге республика Һынлы сәнғәт гимназияһы, 9 класс.
18) Рәйлә Хөсәйенова, Мәләүез районы Смак ауылының Динис Бүләков исемендәге мәктәп, 11 класс,
19) Регина НӘЖМЕТДИНОВА, Учалы районы Ураҙ лицейы, 11 класс,
21) Флорид Фәтхетдинов, Ғафури районының Красноусол ауылы, 11 класс,

Урал аръяғында - Баймаҡ, Сибай ҡалалары, Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил, Хәйбулла райондарында йәшәүселәр бүләктәрен һәм Маҡтау ҡағыҙҙарын "Йәшлек"тең үҙ хәбәрсеһе Данил ӘБДЕЛҒАЗИН тапшырасаҡ. Бына ул исемлек:

- Элиза Мырҙабулатова, Баймаҡ районы, Сәйғәфәр мәктәбенең 11 класс уҡыусыһы,
- Гөлшат Йәрмөхәмәтова, Бөрйән районының Аҫҡар мәктәбе,11 класс
- Зөлфиә СОЛТАНОВА, Әбйәлил районы Әбделмәмбәт ауылы мәктәбе, 11 класс,
- Ильяс ҠАСҠЫНОВ, Баймаҡ лицей-интернаты, 10 класс
- Тимур Хәйбуллин, Әбйәлил районы Таһир Кусимов исемендәге Асҡар гимназияһы, 11 класс,
- Айгүзәл Оморҙаҡова, Әбйәлил районы Т.Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһы, 11 класс,
- Айзилә Моталова, Хәйбулла районы Йәнтеш ауылы, 11 класс,
- Айһылыу Ибраһимова, Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы, 10 класс,
- Әлиә Хәлитова, Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылы, 11 класс,
- Әлиә Хоҙайғолова, Сибай ҡалаһы гимназияһы, 10 класс,
- Әминә Ғәлекәйева, Әбйәлил районы Байым ауылы, 11 класс,
- Байрас Азаматов, Сибай гимназия-интернаты, 11 класс,
- Бәхтийәр Ҡәйепов, Хәйбулла районы Мәмбәт ауылы, 11 класс,
- Гөлфиә Сыңғыҙова, Баймаҡ районы Ҡолсора ауылы, 10 класс,
- Гөлшан Миңлебаева, Әбйәлил районы Байым ауылы, 10 класс,
- Гөлнәзирә Дәүләтшина, Бөрйән районы Байназар ауылы, 10 класс,
- Зәйтүнгөл Илембәтова, Хәйбулла районы Оло Әбеш мәктәбе, 11 класс,
- Ибраһим Ғиззәтуллин, Сибай ҡалаһының Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы, 11 класс,
- Зөлфиә Йәһүҙина, Әбйәлил районы Буранғол ауылы, 11 класс,
- Ләйлә Хәйбуллина, Бөрйән районы Аҫҡар ауылы, 11 класс,
- Лилиә Ҡаһарманова, Бөрйән районы Байназар ауылы, 11 класс,
- Нәркәс Иҫәндәүләтова, Сибай ҡала гимназияһы, 10 класс,
- Нәркәс Ҡәйепҡолова, Әбйәлил районы Буранғол ауылы, 11 класс,
- Дания Насырова, Әбйәлил районы Әбделмәмбәт ауылы, 10 класс,
- Язгөл Ҡолсонбаева, Хәйбулла районы, Байғусҡар ауылы,
- Ләйсән Ямалова, Әбйәлил районының Асҡар ауылы, 10 класс,
- Зилиә Фәттәхова, Әбйәлил районы, Ишбулды ауылы, 10 класс,

Ә бына 1,2,3 урын алыусыларҙы һәм махсус призға лайыҡ булыусыларҙы "Йәшлек" гәзите журналистары Һуңғы ҡыңғырау көнөндә үҙҙәре барып ҡотлаясаҡ.Еңеүселәр билдәләнде, алда - бүләкләүҙәр
Еңеүселәр билдәләнде, алда - бүләкләүҙәр










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне