НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » “Скайп”ты башҡортса итәйек!

“Скайп”ты башҡортса итәйек!


“Скайп”ты башҡортса итәйек! Илдар Кинйәбулатов тигән егетте белмәүселәр бик һирәктер. Ошо көндәрҙә ул түбәндәге саҡырыуҙы иғлан итте:
- Дуҫтар, һеҙҙе «Skүpe» программаһын башҡорт теленә тәржемә итеү проектына саҡырабыҙ!
Ике йыл элек, 2013 йыл башында скайпты тәржемә итеү буйынса эштәр башланым. Әммә оҙаҡ ваҡыт башҡорт телендәге интерфейсты үҙем генә ҡулланып йөрөнөм, яйлап яңы тәржемәләр менән тулыландырылып барҙым. 2014 йылдың аҙағында «Күмәкләгән - яу ҡайтарған» тигән фекер менән, тәржемә файлын башҡаларға ла таратырға булдым һәм ВК селтәрендә төркөм ойошторҙом https://vk.com/bashskype

Ә бына хәҙер инде, беҙ «Башҡорт проектары» берләшмәһенә ҡушылып, тәржемә проектын яңы көстәр менән башлайбыҙ! Был эште камиллаштырыр өсөн беҙгә тел белгестәре, тәржемәселәр, программистар кәрәк. Әлегә тәржемә эштәренең 60 проценты тамамланған, ләкин сифаты юғары түгел, күп юлдарын шымартырға кәрәк була. Беҙҙең төп маҡсат — скайптың рәсми пакетында башҡорт телен булдырыу.

Проектҡа ҡушылығыҙ һәм башҡорт телендәге скайпта аралашығыҙ! Теркәлеү анкетаһы: http://bashkort.org/reg
Проекттың төп координаторы - Ғәлинур Байсыуаҡов, https://vk.com/bay_gt

Скайптың интефейсын башҡортсаға әйләндереп, ҡулланып ҡарарға теләһәгеҙ, башҡортлаштырыу файлы һәм уны программаға ҡуйыу буйынса ҡулланмаһы ошонда: https://vk.com/topic-83138734_31126100

Сығыу ваҡыты 4-02-2015, 07:44 | Ҡаранылар: 2165
|
  • “Бәйләнештә” - "Bashkort Party" интернет радиоһы!
  • Арҙаҡлы шәхесебеҙҙең лайыҡлы вариҫы
  • «Бәйләнештә» – башҡортса!
  • Контр-страйк уйыны хәҙер башҡортса
  • Һин «Бәйләнештә» селтәре башҡортса булыуын теләйһеңме?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM