RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты 70 йыллыҡ юбилейын билдәләй

30.01.2015 Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты 70 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Һеҙ һүрәттә күргән ҡыҙ менән егет – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатының 11-се синыф уҡыусылары Линария Әхтәмова һәм Ғәлим Торомтаев. Икеһе лә иң тырыштар, иң талантлылар һәм белемле уҡыусылар иҫәбендә. Улар – уҡытыусыларының, ата-әсәһенең ғорурлығы.
Ғәлим былтыр математика буйынса республика бәйгеһендә беренсе урынға сыҡҡан. Быйыл да төрлө олимпиадаларҙа, башҡа ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша һәм һәр ваҡыт призлы урындар ғына яулай. Линария ла теүәл фәндәрҙе “һыу кеүек эсә” – ул ҡала һәм район кимәлендә ойошторолған олимпиадаларҙа тик юғары баҫҡыстарҙы ғына биләй. Гимназияла ойошторолған “Лидер” клубы ағзаһы, уҡыу йортонда “мәғариф министры” булып тора хатта. Линария менән Ғәлим икеһе лә волейбол түңәрәгенә йөрөй. Ә инде гимназия волейболсыларының ярыштарҙа әлегә беренселекте бер кемгә лә биргәне юҡ. Әлбиттә, талантлы кеше бар яҡтан да талантлы була инде – был уҡыусылар бөтә фәндәр­ҙән дә тик “бишле”гә генә өлгәшә, гимназия тормошонда ла әүҙем ҡатнаша.
Линария менән Ғәлимгә артабан да уңыштар теләйек, ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә: “Гимназистар шундай шәп ул!” – тигән һоҡланыуға ғына лайыҡ булығыҙ!
Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне