«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Тауыҡ йомортҡаһы һәм төркиә ҡиммәт



08.08.2014 Тауыҡ йомортҡаһы һәм төркиә ҡиммәт

Башҡортостандың дәүләт статистика хеҙмәте биргән мәғлүмәттәр буйынса, быйыл июль айында тауыҡ йомортҡаһының хаҡы 13,9 процентҡа күтәрелгән. Шулай уҡ башҡа аҙыҡ-түлектең хаҡы артҡан осраҡтар ҙа бар. Мәҫәлән, һыйыр бауыры, тауыҡ ите, ыҫланған ит, манный, тары ярмалары бер аҙ ҡиммәтләнгән. Нишләптер майонез, ҡәһүә, ҡуйыртылған һөт һәм ит, балыҡ консерваларының хаҡы ла артҡан.
Йәй айы булғас, йәшелсә-емештең хаҡы бер аҙ аҫҡа тәгәрәгән. Кәбеҫтәнең хаҡы – 30,4, ҡыярҙыҡы – 19,9, картуфтыҡы – 15, помидорҙыҡы 10,3 процентҡа арзанайған. Башлы һуған, кишер, ҡыҙыл сөгөлдөр, виноград, банан һәм лимондың хаҡы ла төшкән. Шул уҡ ваҡытта әфлисунды – 3,9, һарымһаҡты 5,2 процентҡа ҡиммәтерәк хаҡҡа һатып алырға тура килә.
Аҙыҡтың ғына түгел, көндәлек кәрәк-яраҡтың да, кейем-һалымдың да хаҡтары арта. 1 сентябрь етеп килгәнлектән, мәктәп формаһына, уҡыу әсбаптарына хаҡ күтәрелгән. Ҡайһы бер медикаменттарҙың хаҡы 2,7 – 7,9 процентҡа менгән. Бензин менән газдың хаҡы ла бер урында ғына тормай, кәмемәй, ә арта, әлбиттә.
Төрлө хеҙмәт күрһәтеүгә килгәндә, ҡала-ара автобустарҙа йөрөү хаҡы 2,6 процентҡа күтәрелгән, алыҫҡа йөрөгән поездарҙа плацкарт вагондарҙы һайлаған ваҡытта элеккенән 9 процентҡа күберәк түләргә тура килә. Диңгеҙ буйында ял итеүҙең иң ҡыҙған ваҡыты бит: Испания һәм Төркиәгә барыу 2,6 – 4 процентҡа күтәрелгән, үҙебеҙҙең шифахана­лар­ҙа ял итеү ҙә саҡ ҡына ҡиммәтләнгән.
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙең ҡырҡа артыуын билдәләп үтмәй булмай. Эҫе һыу менән тәьмин иткән өсөн – 34,2, һалҡын һыу өсөн 14,8 процентҡа артығыраҡ түләйбеҙ.

Л. СОЛТАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға