«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Шәһит Хоҙайбирҙин конкурсҡа «саҡыра»



21.08.2010 Шәһит Хоҙайбирҙин конкурсҡа «саҡыра»

БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшырыу буйынса комиссия уға дәғүә итеүселәрҙең документтарын ҡабул итә.
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия тураһындағы положениеға ярашлы, ул БР һәм РФ Журналистар союзы ағзаларына гәзит һәм журналдарҙа баҫылып сыҡҡан, радио һәм телевидение буйынса тапшырылған, 2009 йылдың сентябренән 2010 йылдың авгусына тиклем айырым китап булып баҫылған һәм халҡыбыҙҙың тарихи үткәнен, замандашыбыҙ образын асҡан, иҡтисад, социаль тормош, мәҙәниәт, экология, этика проблемаларын күтәргән, уларҙы хәл итеү юлдары күрһәтелгән журналистика өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн бирелә.
Премияға дәғүә итеүсе әҫәрҙәрҙе республиканың Журналистар союзы идараһы, гәзит-журналдар редакциялары, «Башҡортостан» ТРК-һы ДУП-ы, урындағы теле, радиостудиялар, дәүләт власы һәм идара итеү органдары тәҡдим итә.
Материалдар түбәндәге адрес буйынса ебәрелә: 450077, Өфө, Киров урамы, 45, БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы (үҙгәртеп ҡорған­ға тиклем – БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ). Телефондар: (347) 273-51-50, 250-78-40.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға