«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » “Һәр етәксе халыҡ араһына сығырға тейеш”



02.05.2014 “Һәр етәксе халыҡ араһына сығырға тейеш”

“Һәр етәксе халыҡ араһына сығырға тейеш”Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “тура эфир”ҙа журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе
Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең республика етәксеһенә биргән һорауҙары төрлө тармаҡҡа ҡағылды – юлдар, хаҡтар, иҡтисад, Ҡырым, чиновниктарҙың асыҡлығы, төҙөлөштәр, инвестиция һ.б., һ.б. Рөстәм Хәмитовтың яуаптарынан һеҙгә мотлаҡ еткерелергә тейешле бер нисәүһен һайлап алдыҡ.

Башҡортостанға етәксе һайлау

– Республика етәксеһенә кандидат булыр өсөн өс шарт кәрәк: халыҡтың ышанысы, Рәсәй Президентының хуплауы, дәғүәсенең кешеләр мәнфәғәтенә эшләргә теләүе.
Халыҡ башлыҡ булырға теләүсене яҡшы белергә тейеш. Уның элекке уңыштарын. Ил етәксеһенең хуплауынан башҡа буласаҡ төбәк башлығы эшләй алмаясаҡ. Федераль власть менән бәйләнеш мотлаҡ кәрәк. Кеше үҙенең ойоштороу һәләтен баһалап, был эштең ҡулынан киләме-юҡмы икәнен баһаларға бурыслы. Ул етәкселек вазифаһын кешеләргә файҙа килтерәсәге яғынан ҡарарға тейеш, ә үҙенең кеҫәһен ҡалынайтыу яғынан түгел.

Ҡырымдың хәле шәптән түгел, теләгән кеше ярҙам итә ала

– Халыҡ ауыр иҡтисади хәлгә тарыған. Власть күп проблеманы ҡарамаған. Һыу менән тәьмин ителеш тә ауыр. Хатта тәүлегенә бер сәғәт кенә һыу алған тораҡ пункт­тар бар. Юлдар насар, энергия ресурстары проблемаһын хәл итергә кәрәк. Әле кешеләргә Рәсәй субъектына әүерелеү осоронда булышлыҡ итеү мөһим. Етәкселеккә лә беҙҙең ҡанундарға яраҡлашып, уларҙы беҙҙеңсә эшләргә өйрәтергә кәрәк.
Әлбиттә, бында һүҙ Башҡор­тостан Ҡырымдың йә Ҡара­һыубаҙар (Белогорск) районының иҡтисадын тулыһынса күтәрергә тейеш тигәнде аңлатмай. Әммә улар менән бергә эшләйәсәкбеҙ. 20 йылда тупланған проблемаларҙы бер көн йә ай, хатта бер йылда ла бөтөрөү мөмкин түгел. Ҡырым көслө булһын өсөн өс-биш йыл ваҡыт кәрәгер.
Ярҙам тураһында әйткәндә, Ҡырымға средстволар йыйыу, кешегә “өҫтән” баҫым яһалмайынса, ирекле рәүештә булырға тейеш. Теләйһең икән, бирәһең, теләмәһәң, берәү ҙә мәжбүр итмәй. Миңә был турала хәбәрҙәр килде – мәктәптән, дауаханалар­ҙан айырым кешеләр яҙҙы. Мин хатта кешеләргә аҡсаларын кире ҡайтарыуҙарын һораным.
Ҡырымға бюджет ресурстарын ебәрмәйәсәкбеҙ. Эйе, беҙҙә лә аҡса етмәй, юлдар соҡорло, ауыл­ға ярҙам кәрәк. Ҡырымға әле 48 миллион һум аҡса йыйылған. Кешеләрҙән, ойошмаларҙан, кем ихлас ярҙам итергә теләй, шулар­ҙан. Мин шәхсән хеҙмәт хаҡымдың бер өлөшөн күсерҙем. Мин юғары эш хаҡы алам. Башҡа кешеләрҙән талап итә алмайым. Аҡса бирергә мәжбүр итеүҙәренә ҡаршымын. Тағы бер тапҡыр әйтәм – кем баҫым аҫтында ғаиләһенә, балаларына кәрәкле аҡсаһын биргән, уларға кире ҡайтарығыҙ. Был дөрөҫ юл түгел.

Аҡсаңды теләһә кемгә тотторма…

– Алданған өлөшсөләр проблемаһын хәл итеү ҡатмарлы. 2010 йылда улар һаны өс меңдән дә ашыу ине, хәҙер бер мең самаһы ҡалды.
Был процесс ике яҡлы. Бер яҡта – торлаҡ төҙөйбөҙ, тип халыҡтан аҡса йыйып, ер алыусы уңышһыҙ бизнесмендар, мутлашыусылар. Улар үҙ көстәрен үлсәп ҡарамаған, йорт төҙөү еңел тип уйлаған. Төҙөлөш башлар алдынан ғына төҙөй белмәгәндәрен һиҙеп ҡалғандар. Йә улар – кешенән аҡса йыйғанда уҡ алдаясаҡтарын белеүсе “оҫталар”.
Икенсе яҡта – бер ҡатлы халыҡ. Беҙ власть кешенең шәхси мәнфәғәте өсөн яуап бирмәгән капиталистик йәмғиәттә күптән йәшәмәйбеҙ. Совет власында тәрбиәләнгән кешеләрбеҙ. Шуға тиҙ ышанып барабыҙ. Гәзиттәрҙә яҙыл­ғандарға, радио-телевидениела һөйләнгәндәргә ышанабыҙ. Ә ысынында барыһы ла икенсерәк. Алданға өлөшсөләр һаны ҡайһы бер объекттар буйынса кәмеһә, икенселәрендә арта.
Беҙҙең бурыс – алданыусылар мәсьәләһен түгел, ә глобаль рәүештә хәл итергә кәрәк. Эконом-класлы торлаҡ төҙөү зарур.

“Беҙ сифатлы юл һала белмәйбеҙ”

– Бер көндө руль артында Өфө һәм уның яҡын-тирә юлдары буйлап байтаҡ йөрөнөм. Был мине һис тә илһамландырманы. Соҡорҙар, емеректәр – быларҙың барыһы ла ныҡ йәнде көйҙөрә. Бында аҡланыу урынһыҙ – беҙ сифатлы юл төҙөй белмәйбеҙ. Мәҫәлән, Өфө – аэропорт юлы. Төҙөлөш барышында арыу ғына резонанс тыуҙырҙы. Аэропортҡа барғанда уң яғы насар түгел, ә һул яғында – ярайһы тәрән тәгәрмәс эҙҙәре. Юл һалыусыларҙың нормативтар­ға ярашлы эшләмәүе был. Хаталарын төҙәтергә өлгөрмәнеләр.
Беҙ юл төҙөлөшөндә аҡсаны экономияламаясаҡбыҙ. Әҙ генә ваҡыт бирегеҙ, тәртип урынлаштырырбыҙ.

Етәксенең төп бурысы – кешеләр хаҡында хәстәрлек

– Әгәр кеше республика етәксеһенә килә икән, тимәк, ул урындағы власҡа ышанмай. Тимәк, был түрәләр халыҡ менән аралашмай. Мин йылдар буйы халыҡ менән осрашмаған, ҡабул итеүҙәр ойоштормаған ҡайһы бер район етәкселәрен беләм. Хәҙер инде улар эшләмәй. Бындайҙарҙан бер нәмә генә талап ителгән: һайлауҙа һөҙөмтәләр тәьмин итергә. Артабан теләһәң нисек йәшә. Бөгөн власть яуаплылығын муниципалитеттар кимәленә ҡайтарыу мөһим.
Ниңә республика башлығы ғына ҡалаларҙа тәртип урынлаштырыу­ҙы хәстәрләргә тейеш? Ауыл-ҡалаларҙа уңайлы мөхит миңә генә кәрәкме ни? Ул кешеләргә кәрәк. Ни өсөн муниципалитет, ҡала башлыҡтары ошоноң менән шөғөлләнмәй? Шөғөлләнһә, ха­лыҡҡа ниңә тап ошо заводты төҙөгәнеңде аңлатмаҫҡа? Теге йәки был предприятиела сеймал етмәүе нимә менән бәйле? Әгәр был производствоны яңыртмаһаң йәки инвестор саҡырмаһаң, нимә буласаҡ? Быларҙың барыһы ла беҙҙең етәкселектең сәйәси мәҙәниәте, халыҡ менән аралашыу кимәле түбән булыуынандыр, бәлки.

Ниңә ҡайһы бер министрҙар эфирҙа һирәк күренә?

– Министрҙарҙың төрлөһө төрлө кеше. Араларында асыҡтары бар, асыҡ булмағандары. Журналистар араһында ла яҡшы яҙғандары, насар һөйләшкәндәре, йә, телгә оҫта булып та, һорау бирә белмәгәндәре бар бит, шуның кеүек министрҙар ҙа төрлө. Күптәре кәңәшмәләрҙә яҡшы сығыш яһай, әммә шул уҡ ваҡытта аудиториянан ҡурҡыңҡырағандары ла барҙыр. Мин хәлде яйларға тырышырмын. Һаулыҡ һаҡлау министры ла, мәғарифтыҡы ла, ғөмүмән, ауыл хужалығы, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрҙары ла халыҡ алдында сығыш яһап, һорауҙарға яуап бирер. Бындай эштәр алып барылырға тейеш.

БР Президенты сайтынан
А. ЗИННУРОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға