«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » һаҡсыл ҡараш булдырырға ваҡыт



20.11.2010 һаҡсыл ҡараш булдырырға ваҡыт

«2020 йылға тиклем РФ-ның һыу стратегияһы һәм уны БР территорияһында тормошҡа ашырыу юлдары» тигән темаға ойошторолған парламент тыңлауҙарында республикала һыу ресурстарын һаҡлау тураһында етди һөйләшеү булды.
Тәбиғәттең иң мөһим компоненты булған һыу халыҡтың иҡтисади һәм социаль именлеген тәьмин итә. Республиканың тотороҡло үҫеше һыу хужалығы һәм экологик хәүефһеҙлек, халыҡты сифатлы эсәр һыу, предприятиеларҙы өҙлөкһөҙ һәм етерлек кимәлдә һыу менән тәьмин итеү кимәленә, һыу объекттары һәм һыу ресурстарының торошона бәйләнгән.
Парламент тыңлауҙарын асып, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев теманың көнүҙәклеген һәм мөһимлеген билдәләне. Республикала был өлкәлә башҡарыл­ған эштәр һәм киләсәккә пландар тураһында әйтте. Доклад менән парламенттың аграр мәсьә­ләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе Франис Сәйфуллин сығыш яһап, республикала эсәр һыу запастарының теүәл файҙаланылмауына, ҡайһы бер район-ҡалаларҙа һыу дефициты күҙәтелеүенә, предприятиелар тарафынан бысратылған һыу, һыу үткәргес аша бирелгән һыуҙың юғалтыуҙарға дусар булыуына һәм башҡа сетерекле мәсьәләләргә туҡталды. Быларҙың барыһын да хәл итеү өсөн һыу стратегияһы программаһын тормошҡа ашырыу кәрәк, тигән фекерҙә ул. Уны бойомға ашырыу өсөн 2020 йылға тиклем 700 миллиард һум аҡса тотоноу күҙаллана, уның 500 миллиард һумы федераль бюджеттан бүленәсәк.
Ултырышта сығыш яһаусыларҙың барыһының да фекеренсә, республиканың һыу комплексын үҫтереү буйынса төп стратегик маҡсаттар булып халыҡты сифатлы эсәр һыу, иҡтисад тармағын һыу ресурстары менән тәьмин итеү, һыу объекттарын һаҡлау һәм тергеҙеү, һыу тармағын модернизациялау тора.
Экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, халыҡтың һаулығын һаҡлау һәм юғары сифатлы эсәр һыу менән халыҡтың ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндереү өсөн республикала 2002 – 2010 йылдарға «Башҡортостан Республикаһының эсәр һәм минераль һыуҙары» президент программаһы эшләй. Шулай уҡ «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының «Таҙа һыу» республика маҡсатлы программаһы проекты булдырылған. Быларҙың барыһы ла милли байлығыбыҙ, йәшәү сығанағы булған һыуҙы һаҡлау өсөн эшләнә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға