«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ауыл хужалығын үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлеше



20.11.2010 Ауыл хужалығын үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлеше

Республика Президенты Рәсәй һәм сит ил агросәнәғәт компаниялары вәкилдәре менән осрашыуында һөтсөлөк малсылығын үҫтереү перспективаларын тикшерҙе.
Рәсәй Һөтсөлөк союзы рәйесе Андрей Даниленко «Рус һөтсөлөк фермалары» компанияһы төркөмөнөң Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында 1500 баш һыйыр малына иҫәпләнгән ҙур һөтсөлөк комплексы төҙөү буйынса проекты менән таныштырып, уға инвестициялар күләме бер миллиард һум самаһы тәшкил итәсәге тураһында белдерҙе. Объект 2012 йылға файҙаланыуға тапшырыласаҡ тип күҙаллана. Комплексҡа һөт әҙерләү, шулай уҡ уны тәүге эшкәртеү буйынса цехтар инәсәк. Һөт – һөт-консерва комбинаттарына эшкәртеүгә, ә һөт продукттары Башҡортостандың аҙыҡ-түлек баҙарына һәм унан ситкә оҙатыласаҡ.
Венгрияның «Farm EXPORT» фирмаһы вәкилдәре лә республиканың Балаҡатай районында һөтсөлөк фермаһы төҙөү буйынса берлектәге инвес­тиция проектын тормошҡа ашырырға йыйына. Проект 1500 баш һыйыр малына иҫәпләнгән. Әлеге ваҡытта комплексты төҙөү урыны һайлана һәм объектты финанслау графигы әҙерләнә.
Башҡортостанда һөтсөлөк малсылығын үҫтереү ауыл хужалығын үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлеше буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға