«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Мөнәсәбәттәр партнерлыҡ нигеҙендә ҡорола



20.11.2010 Мөнәсәбәттәр партнерлыҡ нигеҙендә ҡорола

– Республикала күптән түгел ҙур холдингылар – «Система» АФК-һы, «Газпром», «Сибур», «Башҡортостан химияһы», Урал тау-металлургия компанияһы эшләй башланы. Уларҙың килеүе – асыҡ һәм аңлайышлы тенденция. Мин бөтә был холдингылар етәкселәре менән осраштым. Һәм беҙ үҙ-ара конструктив хеҙмәттәшлек итеү, мөнәсәбәттәребеҙҙе үҫтерә барыу тураһында һөйләшеп килештек. Ҙур предприятиеларҙың бөтә етәкселәре лә һәм уларҙың милекселәре республиканың яңы етәкселеге менән үҙ-ара файҙалы шарттарҙа эшләргә әҙер булыуын белдерҙе. Һәм беҙ бөгөн әлеге хәлде теркәп кенә ҡалмайбыҙ, шулай уҡ республика территорияһында был холдингыларҙың бизнесын нисек итеп үҫтереү хаҡында уйлайбыҙ, – тип белдерҙе «Эксперт» журналының һуңғы һанында «Бизнес өсөн ыңғай сигналдар» тигән баш аҫтында сыҡҡан интервьюһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. – Мәҫәлән, «Система» менән мәғлүмәт технологиялары, элемтә өлкәһендә уларҙың эшмәкәрлеген үҫтереү, Башҡортостан территорияһында һаулыҡ һаҡлау объекттары һәм ял үҙәктәре төҙөү тураһында һөйләшеп килештек. Благовещен ҡалаһында урынлашҡан «Полиэф» комплексы хужаларының береһе – «Сибур» бизнес-инкубатор һәм бер үк ваҡытта технопарк төҙөй. Урал тау-металлургия компанияһы яңы шахталар төҙөлөшөн алып бара, уларға инвестициялар бер нисә миллиард һумдан ашып китә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға