«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «ЮТэйр» авиакомпанияһы хеҙмәттәшлекте киңәйтмәксе



20.11.2010 «ЮТэйр» авиакомпанияһы хеҙмәттәшлекте киңәйтмәксе

Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән «ЮТэйр» авиакомпанияһының генераль директоры Андрей Мартиросов осрашыуы барышында Башҡортостан Респуб­ликаһының «ЮТэйр» авиакомпанияһы менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрен үҫтереү мәсьәләләре, яҡындағы биш йылға ике яҡлы хеҙмәттәшлек программаһы тикшерелде.
Осрашыу ваҡытында Президент «ЮТэйр» авиакомпанияһын күптән белеүе, ҡайһы бер пилоттары менән шәхсән таныш булыуы, был компанияға ышаныуы һәм уның эшмәкәрлегенә ҙур ихтирам менән ҡарауы хаҡында белдерҙе.
Андрей Мартиросов авиакомпанияның Өфөләге эшмәкәрлеге нисек ҡоролоуы, уны артабан үҫтереү перспективалары хаҡында һөйләне.
«ЮТэйр» авиакомпанияһы «Өфө» аэропортында 2003 йылдан эшләй, ә 2006 йылда уның ярҙамсы предприятиеһы төҙөлә. Бөгөн Өфөнән бөтә йүнәлештәр буйынса авиаташыуҙарҙың 40 процентын «ЮТэйр» компанияһы атҡара. Ул киләсәктә Мюнхенға, Прагаға, Тель-Авивҡа рейстар асыр­ға йыйына.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға