«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә – яңы етәксе урынбаҫары



17.01.2014 Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә – яңы етәксе урынбаҫары

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов үҙенең бойороғо менән Рәмил Дилмөхәмәтовты Баш­ҡортостан Президенты Хаки­миәте етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләне.
Рәмил Хөрмәт улы Дил­мөхәмәтов Балаҡатай районының Яңы Масҡары ауылында тыуған. Юғары белемле – Өфө дәүләт авиация техник институтын (хәҙер ӨДАТУ) тамамлаған. Хеҙмәт кенәгәһендә төрлө йылдарҙа «Төрк­мән­­энергоремонт» тресында, «Союз­нефтеавтоматика» Бөтә Союз берекмәһенең көйләү идаралығында, Өфөнөң Совет районы торлаҡ хужалығының етештереү тресында эшләүе тураһында яҙмалар бар. Рәмил Дилмөхәмәтов шулай уҡ Совет районын етәкләне, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары – муниципаль милеккә идара итеү буйынса комитет рәйесе, баш ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға