«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » “Бала саҡтан үрҙәрҙе яуларға ынтылам!”



06.12.2013 “Бала саҡтан үрҙәрҙе яуларға ынтылам!”

“Бала саҡтан үрҙәрҙе яуларға ынтылам!”Гел тормош уртаһында ҡайнаған, алдынғылар рәтендә булырға ынтылған кеше ул Зәлиә Шәмиғолова. Көньяҡ Урал дәүләт университетында белем алған һылыу, аҡыллы яҡташым төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша һәм, әлбиттә, еңеүҙәр яулай! Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына уның яҙма эше йәш журналистар араһында үткәрелгән IX Бөтә Рәсәй конкурсында “Милләт-ара мөнәсәбәттәр” номинацияһында махсус диплом менән бүләкләнде.

– Ил тыныслығы нигеҙе – милләт-ара ихтирам тураһында яҙырға волонтерҙар хәрәкәтендә ҡатнашыуым этәрҙе, – ти Зәлиә. – Ғөмүмән, волонтерҙар хәрәкәте – тормошомдоң айырым бер бите! Волонтер ролендә үҙемде тәүге тапҡыр беренсе курста уҡығанда “Рәсәй студент яҙы”нда һынап ҡараным. Унда Башҡортостан делегацияһының кураторы булдым. Яңы эштең бөтә ҡатмарлылығына, ауырлығына ҡарамаҫтан, ул аҙна минең өсөн иң сағыу ваҡыт булып иҫтә ҡалды. Шунан һуң юниорҙар араһында үткән Европа чемпионатында волонтерҙар формаһын кейҙем. Ә иң-иң күңелле, ҡыҙыҡ ваҡиға – Сочиҙа уҙасаҡ Олимпия уйындарына һынау ярыштары булды. Әйткәндәй, Сочиҙағы Олимпиадала ҡатнашасаҡ 25 мең волонтер урынына 200 мең кандидаттан ғариза килә. Шуға ла конкурс бик ҡаты булды. Волонтерҙар иҫәбенә эләгеп китеүемә сит телдәрҙе яҡшы белеүем, ошо юҫыҡта тәжрибәм булыуы булышлыҡ итте. Күңелемдә һөйләп бөткөһөҙ хис-тойғолар ташты ул көндәрҙә: сит ил спортсылары менән танышыу, улар менән аралашыу, Олимпия объект­тарына экскурсиялар, илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән йәштәр араһынан дуҫтар табыу – былар барыһы ла кисә генә булған кеүек... Яратам да инде волонтер­ҙарҙы тормошто һөйөүҙәре, гел ыңғай тулҡынға көйләнгәндәре, энтузиазмдары өсөн!

Зәлиә үҙе лә шулай тормошҡа ғашиҡ! Кескенә нәмәләрҙән дә ҡыуаныс таба ул: кемдер үтеп барышлай йылмайып китһә лә кәйефе күтәрелә, ҡояш сыҡһа ла йылмая, хатта светофорҙың йәшел уты ла уға ыңғай билдә кеүек күренә... Шулай йәшәүе күңеллерәк, тип раҫлай студент. Мәктәптә уҡығанда уҡ Зәлиә үҙен һынап, һәләттәрен асырға ынтылып, драма, бейеү түңәрәктәренә йөрөй, стена гәзитен сығарыуҙа ҡатнаша. Бала саҡтан журналист булырға хыялланған кеше шулай тормошто яратырға, әүҙем булырға тейештер ҙә инде ул. Туғандары әйтеүенсә, Зәлиә бәләкәйҙән, һүрәт төшөрөр урынға, нимәлер яҙып маташҡан, һәм шул ғәҙәтен һаманғаса ташламай, йәшәү рәүешенә әйләндергән.

– Бар башланғыстарҙың сығанағы – бала саҡ менән иң гүзәл хәтирәләр бәйле. Мәҫәлән, беренсе тапҡыр баш ҡалабыҙ Өфөгә барыу миңә шаңҡытҡыс тәьҫир итте – матурлығы, ҙурлығы менән! Тәүҙә, ысынлап Өфөлә йөрөйөммө, төш күрмәйемме, тип ышана алманым, аҙаҡ, мин бында йәшәйәсәкмен, тип ныҡлы ҡарарға килеп ҡайттым. Шул әкиәти ҡабатланмаҫ өс көндө ғүмер буйы хәтеремдә һаҡлармын, ахыры.

Ғаилә менән сәйәхәт итеүҙәрен дә Зәлиә бәхетле йылмайып бәйән итә. Ата-әсәһе форсаты сыҡҡан һайын балаларын төрлө ҡалаларға алып барған, тәбиғәт ҡосағында ла йыш ҡына ял иткәндәр – улар ниндәй генә тау үрҙәренә күтәрелмәгән дә, ниндәй генә йылғаларҙы кисмәгән! Бала кеше өсөн мажаралар тулы сәйәхәттәрҙән башҡа ҡыҙығыраҡ ни бар?! Атайым менән әсәйем беҙҙе үҙ өлгөһөндә тәрбиәләне, иң мөһим ҡиммәттәрҙе үҙҙәренең йәшәү рәүешендә күрһәтте, ти Зәлиә:
– Шулай булырға тейештер ҙә тип иҫәпләйем. Миндә булған бар яҡшылыҡ, тырышлыҡ, уңыштарым өсөн тәү сиратта атай-әсәйемә рәхмәт әйтәм! Дуҫтарыма ла рәхмәтлемен, улар ҙа миңә оло терәк, кәңәшсе, ярҙамсы. Ғөмүмән, Хоҙайға мең-мең рәхмәт ошондай шәп атай-әсәйем, туғандарым, дуҫтарым өсөн! Улар менән мин бәхетле!

... Зәлиә Шәмиғолова үҙен киләсәктә тормошта үҙ урынын тапҡан, ҙур компанияла эшләгән эшлекле ханым итеп күрә. Уның ғаиләһе бар, улар йыш сәйәхәт итә, туған-тыумасаны, дуҫтар­ҙы саҡырып, ҙур ғаилә табыны ойошторалар – бер һүҙ менән әйткәндә, ул үҙен бик бәхетле кеше итеп күҙаллай. Ошо хыялдары тормошҡа ашһын шәп ҡыҙҙың, офоҡтары һис бер ҡасан тараймаһын, ә асылғандан-асыл­һын ғына. Бының өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға