«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Мираҫ» ансамбле яңы миҙгелен асты



16.11.2010 «Мираҫ» ансамбле яңы миҙгелен асты

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатыны Гөлшат ханым менән «Мираҫ» фольклор ансамбленең 12 ноябрҙә Конгресс-холда үткән концертын ҡараны.
Тамашасыларға нигеҙен Башҡортостан халыҡтарының йыр һәм бейеүҙәре тәшкил итеүсе вокаль һәм вокаль-хореографик композициялар тәҡдим ителде. Ансамблдең етәксеһе Валерий Степанов әйтеүенсә, программа яңы концерт миҙгелен асыуға бағышланған. Дөрөҫөн әйткәндә, уҙған миҙгелде «Мираҫ»тар ябып та өлгөрмәгән. Бөтә ялдарын артистар сит илдәрҙә гастролдә үткәргән. Бер нисә ай эсендә улар Төркиәлә, Болгарияла, Францияла, Италияла һәм Швейцарияла булырға өлгөргән. Әле 4 ноябрҙә генә коллектив Мәскәүҙә «Еңеү салюты» Бөтә Рәсәй халыҡ ижады фестиваленең гала-концертында сығыш яһаған.
«Мираҫ» ансамбле 1992 йылдың октябрендә ойошторола. 20 йыл дауамында үҙенсәлекле һәм бай репертуарға эйә коллектив бер нисә тапҡыр халыҡ-ара фестивалдәрҙә һәм конкурстарҙа лауреат була, гран-при яулай, төрлө форумдарҙа ҡатнаша.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға