«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Инйәрҙә бар шундай ғаилә



16.11.2010 Инйәрҙә бар шундай ғаилә

Белорет районының Инйәр ҡасабаһынан Алтыновтар Ғаиләне алмаштырыу­сыларҙың Бөтә Рәсәй ассамблеяһында ҡатнашып, «Художестволы ижад» номинацияһында икенсе урын яуланы.
Гөлнур һәм Лут Алтыновтарҙың ете балаһы бар, шуларҙың дүртәүһе тәрбиәгә алынған. Үҙ ҡыҙҙары күптән ғаилә ҡороп йәшәй, ә алынған балаларҙың ҙурына – 16, иң бәләкәйенә – алты йәш.
Алтыновтар 2009 йылда патронат, опекун һәм тәрбиәгә бала алған ғаиләләр конкурсында еңеп сыҡҡайны. Әлеге ҙур кимәлдәге ассамблеяла барлығы 17 ғаилә ҡатнашты. Был ижади конкурс «Рәсәй балалары» маҡсатлы программаһы сигендә уҙғарыла.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға