«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Хәйриә эшмәкәрлеге һәм асарбаҡтарға ярҙам мәсьәләһе ҡаралды



18.10.2013 Хәйриә эшмәкәрлеге һәм асарбаҡтарға ярҙам мәсьәләһе ҡаралды

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәйриә эшмәкәрлеге буйынса Республика советы ултырышын үткәрҙе. Ошонда уҡ “Башҡортостанда хәйриәлек” (“Благотвори­тель­ность в Республике Баш­кор­тостан”) порталы менән дә таныштылар.
“Башҡортостанда хәйриәлек” порталы “Асыҡ республика” проектына ярашлы төҙөлә, уның маҡсаты – мәрхәмәтлек эшен ойоштороусыларҙы туплау, ярҙамға мохтаждарға булышлыҡ итеү, микрохәйриәлекте дәртләндереү. Киләһе йылда эш башлаясаҡ сайт өсөн БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы яуаплы. Ултырышта өйһөҙҙәргә ярҙам итеү тураһындағы мәсьәлә лә ҡаралды. Баш­ҡортостан Республика­һында кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмов белдереүенсә, бөгөн төбәктә алты меңгә яҡын асарбаҡ бар. Уларға дәүләт органдары, дини ойошмалар ярҙам итә- итеүен, әммә был ғына етмәй. Республикала Салауат ҡала­һында, Өфөнөң Киров, Калинин райондарында йорт­һоҙҙар өсөн приюттар эшләй. Тап ошо юҫыҡта, йәғни приюттарҙа урындарҙы арттырыу ярайһы ярҙам булыр ине, тигән һығымтаға килде ултырышта ҡатнашыусылар. Тиҙҙән Өфөнөң төньяғында шул маҡсатта төҙөлөш башланасаҡ. Баш ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов әйтеүенсә, урын әҙерләнгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға