«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Был аҙнала беҙҙе...



13.11.2010 Был аҙнала беҙҙе...

...асыуландырҙы
Был аҙнала беҙҙе...Билдәһеҙ кеше­ләр­ҙең «Коммер­сантъ» гәзите журналисы Олег Кашинды урамда вәхшиҙәрсә туҡмап китеүе факты буйынса енәйәт эше асылған.
Әле талантлы ҡәләм оҫтаһы ауыр хәлдә дауаханала ята. Олег Кашин һаман да үҙ аллы тын ала алмай, уның ғүмерен махсус ҡорамалдар ярҙамында ғына һаҡлап торалар. Егет ныҡ туҡмалған, хатта һөйәктәре һынған.
Тәфтишселәр фекеренсә, журналисты туҡмарға ғына түгел, үлтерергә йыйынғандар. Шуға ла енәйәт эше ошо күҙлектән сығып тикшерелә. Билдәле булыуынса, Олег Кашинды Мәскәү ҡалаһының үҙәгендә урынлашҡан йорто янында ике кеше туҡмап киткән. Был хәл урындағы видеокүҙәтеү таҫмаһына ла инеп ҡалған. Алдан фаразлауҙар буйынса, журналистан ижтимағи-сәйәси темаларға яҙған мәҡәләләре өсөн үс алғандар.
Үткер мәҡәләләре өсөн туҡмал­ған, хатта үлем хәленә тиерлек еткерелгән Олег Кашиндың яҙмышына Рәсәй етәкселеге лә битараф ҡалманы – енәйәтте асыуҙы РФ Президенты Дмитрий Медве­дев шәхсән үҙе тикшереп торасаҡ.

...хәүефләндерҙе
Кешелектең тәбиғәткә, хайуандарға һәм кейектәргә булған мөнәсәбәте һаман ыңғай яҡҡа үҙгәрмәй. Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды мәғлүмәттәре буйынса, үткән ун йыл эсендә генә планетала 1069 арыҫлан үлтерелгән. Ысынында улар әллә нисәмә тапҡырға күберәк юҡ ителгән. Артабан да ошолай дауам итһә, ҡырағай арыҫландарҙың Ер йөҙөнән юғалыуы ла ихтимал.
Бөгөн бөтә донъяла 3,2 мең тирәһе оло йәштәге арыҫлан бар. Уларҙың күпселеге Һиндостан, Малайзия һәм Бангладешта йәшәй. Әлбиттә, арыҫландарҙы ҡыҙыҡ өсөн генә үлтермәйҙәр. ҡытайҙа уларҙың һөйәгенән бик шәп дарыу эшләнә, тырнаҡтары туристар яратҡан бетеүҙәргә әйләнә. Ә инде арыҫлан тиреһе өсөн Һиндостан менән Непалда ҙур ғына суммала аҡса түләргә әҙер бу­лыусылар бик күп.
Арыҫландарҙы юҡ итеүҙе туҡтатырға, браконьерҙарҙың эшмәкәрлеген бөтөрөргә кәрәк – был турала донъяның иң ҙур ойошмалары вәкилдәре лә йыш һөйләй башланы. Юҡһа йылдар үтеү менән ғорур хайуандарҙың фоторәсемдәре генә тороп ҡаласаҡ.

...ҡыуандырҙы
«Оло егерме» саммитында ҡатнашыусылар коррупцияға ҡаршы бергәләп көрәшергә булды. Унда Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев та ҡатнашты.
Әлбиттә, саммитта һүҙ күберәк халыҡ-ара ришүәтселек тураһында барҙы. Мөһим «егерме» иҫәбенә ингән илдәр етәкселәре ришүәтселек ярҙамында алынған килемде тартып алырға, коррупция менән шөғөлләнгән кешеләрҙе иленә индереүҙән баш тар­тырға, уларға һыйыныу хоҡуғы бирмәҫкә ниәтләй.
ҡыҫҡаһы, ришүәт алыу менән шөғөлләнгән вазифалы кешеләр үҙҙәрен ҙур ҡурҡыныс аҫтына ҡуясаҡ. Улар рәхәтләнеп сит илдәргә сығып йөрөй алмаясаҡ, икенсе эшкә күсеп, ҡолас йәйеп эшләү мөмкинлегенән яҙасаҡ. Етмәһә, ҡырын юл менән алынған килемдәренән дә ҡолаҡ ҡағасаҡтар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға