«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



13.11.2010 Өс һөйләм менән

Өфө районы хакимиәте башлығы Владимир Незнанов, башҡа эшкә күсеүе сәбәпле, вазифаһынан бушатылды. Муниципаль район советы депутаттары был ҡарарҙы 11 ноябрҙә үткән ултырышта ҡабул итте. Конкурс буйынса хакимиәт башлығы тәғәйенләнгәнсе ваҡытлыса был вазифа Рәшит Саттаровҡа йөкмәтелде.

Баш ҡалала тиҙҙән күп функциялы яңы стадион барлыҡҡа киләсәк. БР Президенты Рөстәм Хәмитовтың республиканы Рәсәй аренаһында танытырға һәләтле футбол командаһы, футбол академияһы булдырыу тураһындағы тәҡдимен иҫәпкә алып, махсус комиссия Салауат һәйкәле янындағы майҙанды ҡараны. Өфөлә «Динамо» стадионын 10 мең тамашасы һыйҙырышлы итеп киңәйтеү ҙә күҙаллана.

Өфө ҡалаһы хакимиәтендә транспорт селтәрен үҫтереү программаһы төҙөлгән. 2020 йылда мең кешегә 300 берәмек автомобиль тура киләсәк, тип көтөлһә лә, быйыл уҡ был күрһәткес 340-ҡа тиң. Нәҡ ошо күҙаллауҙарға үҙгәрештәр индереү талап ителә һәм әлеге программала транспорт магистрале төҙөү, автотрасса­ларҙы киңәйтеү ҡаралған.

Иглин районы советының 33-сө сираттан тыш сессияһында район хакимиәте башлығы Ришат Исхаҡовтың, үҙ теләге менән эштән китеүенә бәйле, вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Әлегә хакимиәт башлығы вазифаһын БР Президенты Хакимиәте хеҙмәткәре Рафиҡ Мусин башҡарасаҡ. Сессияла шулай уҡ был вазифаға асыҡ конкурс иғлан ителде, уның һөҙөмтәләре 14 декабрҙә билдәле буласаҡ.

Октябрьский ҡалаһының 12-се мәктәбе биләмәһендә «Билдәһеҙ һалдат» һәйкәлен асыу тантанаһы үтте. Ул «Берҙәм Рәсәй»ҙең Йәш гвардияһы»ның урындағы бүлексәһе ағзалары тарафынан өс йыл самаһы ваҡыт эсендә тергеҙелде. «Тарих хәтере» проекты сигендә «Йәш гвардия»сылар ошондай эштәрҙе артабан да дауам итәсәген вәғәҙәләй.

«Туймазыбыяла» йәмғиәте продукция етештереүгә байыҡтырылған сеймал материалдарын ҡулланыуҙы индерә. Быяла иретеп йәбештереүҙең физик-химик сифаттарын яҡшыртыу өсөн байыҡтырылған ҡом, доломит оно, синтетик аҡбур һәм тупраҡлы балсыҡ алына. Ғәҙәти сеймалдан ике тапҡырға ҡиммәтерәккә төшһә лә, йәмғиәт белгестәре «яңы быуын» материалдарының сифатҡа ыңғай йоғонто яһаясағына инана.

А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға