«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостанда тутыҡмай торған беренсе күпер һалынды



16.08.2013 Башҡортостанда тутыҡмай торған беренсе күпер һалынды

Башҡортостанда тутыҡмай торған беренсе күпер һалындыБалтас районы үҙәге Иҫке Балтас ауылының ике биҫтәһен быяла композит материалдан һалынған яңы күпер тоташтырҙы. Төҙөлөш эштәрен «Рускомпозит» компаниялар төркөмө башҡарған. Яңы күпер асыу тантанаһында Баш­ҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.

Күперҙең оҙонлоғо – 20 метр, ауырлығы – 10,5 тонна. Ул 26 тонна йөктө күтәрергә һәләтле. Ҡоролма инновацион технологиялар буйынса тулыһынса композит материалдан һалынған, шуға ла тутығыуға бирешмәйәсәк, ныҡлығы ла ышаныслы.
«Рускомпозит» компаниялар төркөмөнөң генераль директоры Тәлғәт Фәтҡуллин белдереүенсә, Евро­паның байтаҡ илендә ошондай күпер һалалар, ә Рәсәйҙә был – беренсе­һе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға