«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Тиҙ йөрөшлө электр поезы исем туйланы



16.08.2013 Тиҙ йөрөшлө электр поезы исем туйланы

Халыҡ юлда күп йөрөй. Пасса­жирҙарға, ниндәй транспортта йөрөү теләгенә ҡарап, уларҙы һайлау мөмкинлеге лә бар. Өфөнөң тимер юл вокзалынан да өр-яңы уңайлы поезд йөрөй башланы. ЭД – 4М «Өфө – Ҡандра» элетричкаһы тәүге рейсҡа баш ҡаланан 13 августа сыҡты һәм һәр йомала 17 сәғәт 55 минутта ҡуҙғала. Был яңы поезд менән республика Президенты Рөстәм Хәмитов та танышты.
Ҡандра ҡасабаһына электричка 2 сәғәт 46 минут бара (юл оҙонлоғо 144 саҡрым). Өфөгә йәкшәмбелә 16 сәғәт 21 минутта юллана.
Туҡталыштар – Уң Ағиҙел (Правая Белая), Дим, Йоматау, Алкино, Шишмә, Шишмә – 2, Сәфәр, Благовар, Бүздәк станцияларында.

Вагондарҙа кондиционер системаһы эшләй, энергияны һаҡсыл тотоноусы линия ҡуйылған, видеокамералар беркетелгән. Яңы поезд тауышты ла әҙ сығара. 624 урынлыҡ электричкала йөрөү хаҡы автобус хаҡынан байтаҡҡа арзан – 150 һум.
Әйткәндәй, поезда халыҡ иң күп йөрөүсе йүнәлештәргә – Шишмә, Раевка, Әшә, Ҡандра, Инйәр һәм Стәрлетамаҡ яҡтарына икән.
– Бындай тиҙ йөрөшлө поезд, әлбиттә, алға етди аҙым, әммә был эконом-класс. Мин сит илдәрҙә бөтөнләй башҡа кимәлдәге поездарҙы күргәнем бар. Салонда тиҙлекте һәм температураны күрһәткән экрандар ҡуйылған, буфеттар эшләй, ә яп-ябай халыҡ йөрөй. Был электр поезына рәхмәт, шулай ҙа өр-яңы техника ла бар. Шуға ынтылыш булырға тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов, үҙ фекерен белдереп.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға