«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлауҙа 12 партия ҡатнаша



02.08.2013 БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлауҙа 12 партия ҡатнаша

Республикала 8 сентябрҙә буласаҡ һайлауға кандидаттар күрһәтеү тамамланды.
Парламент һайлауҙарында рәс­ми рәүештә 12 сәйәси фирҡә үҙ кандидаттарын тәҡдим итте. Улар – “Берҙәм Рәсәй”, Коммунистар партияһы, ЛДПР, “Ғәҙел Рәсәй”, “Рәсәй патриоттары”, “Яблоко”, “Рәсәй халыҡ идараһы партияһы”, “Рәсәй ветерандары партияһы”, “Гражданлыҡ платформаһы”, “Со­ци­аль теләктәшлек партияһы”, “Ирекле граждандар партияһы”, “Йәшелдәр Рәсәй экология партияһы”, “СССР-ҙа тыу­ғандар” һәм “Ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионер­ҙары партияһы”.
Республика парламентына депутат мандаты өсөн бер мандатлы округтарҙан барлығы 382 кандидат теркәлгән. 444 кеше күрһәтелгәйне. Кандидаттарҙың 366-һы сәйәси партияларҙан тәҡдим ителә, ҡалғандары – үҙ-үҙен күрһәтеүселәр.
Территориаль һайлау комиссиялары тауыш биреү көнөндә үҙенең һайлау участкаһында була алмағандарға махсус таныҡлыҡ – “открепительный”ҙар бирә башланы. Улар­ҙы 29 авгусҡаса алырға мөмкин.

Иғтибар!

5 августа БР Үҙәк һайлау комиссияһында (Зәки Вәлиди урамы, 46, көндөҙгө сәғәт 2-лә) дәүләт матбуғат сараларында һайлау алды агитация материалдарын бушлай баҫтырыу өсөн йәрәбә үтәсәк. Шунан һуң баҫмалар тәҡдим иткән түләүле майҙандар өсөн дә, шул иҫәптән “Йәшлек” гәзитендә лә йәрәбә буласаҡ.
Был хаҡта ентеклерәк баҫмабыҙҙың сайтында (ye02.ru) белергә мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға