«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Яңылыҡтар архивы » Такси, ҡыҙ, һарыҡ...



19.07.2013 Такси, ҡыҙ, һарыҡ...

«Ҡайҙа бармай, ниҙәр күрмәй ир-егеткәй менән ат башы», – тип йырлағандарын онотмаған­һы­ғыҙҙыр, моғайын. Баҡтиһәң, һарыҡ башын да бәлә-ҡаза урап үтмәй икән!
Аксаков ҡасабаһында йәшәүсе алтмыш йәшлек ир-ат Бишбүләк районының эске эштәр бүлегенә ғариза менән мөрәжәғәт итә. Фермерҙың көтөүендә бер баш һарыҡ тулмай. Полицейскийҙар эҙ һыуынмаҫ элек уғрыны тотоп, малды хужаһына ҡайтара.
Һарыҡҡа иһә күршеһенең − кәйеф-сафа ҡорорға әүәҫ 22 йәшлек ҡыҙҙың күҙе төшкән. Арыу ғына һалып алғас, ул такси саҡырта ла көнө буйы ҡасаба буйлап елдерә, күңел аса. Хушлашыр алдынан шофер 3 мең һум аҡса таптыра. Ҡыҙ оҙаҡ баш ватып мәшәҡәтләнмәй, күршеһенең аҙбарына инеп китә.
Малдың хужаһы полицейскийҙарға рәхмәт белдергән, хатта үҙенән күҙ йәштәрен түгә-түгә ғәфү үтенгән күршеһен дә аяған. Ҡыҙ урлашҡан өсөн бер тапҡыр шартлы хөкөмгә тарттырылған булған инде, хәҙер уны ошо уҡ статья буйынса яңы яза көтә.
Ф. УЙЫЛДАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға