«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Инспекциянан – комитетҡа



21.05.2013 Инспекциянан – комитетҡа

Инспекциянан – комитетҡаБашҡортостан Президенты Рөстәм Хә­митов бығаса БР Дәү­ләт торлаҡ инспекция­һы начальнигы вази­фаһын биләгән Илдар Замалетдиновты Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Республика башлығының икенсе Указы менән БР Дәүләт торлаҡ инспекцияһы Башҡортостан Рес­публикаһының Торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты итеп үҙгәртелде.
Илдар Ғәҙелйән улы За­малетдинов Ейәнсура районында тыуған, Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтын тамамлаған. 2008 йылдан әлегә тиклем республиканың Дәүләт торлаҡ инспекцияһы начальнигы, баш дәүләт торлаҡ инспекторы булып эшләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға