«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Алинаға тауыш бирәйек!



30.10.2010 Алинаға тауыш бирәйек!

«Сочи – 2014» Олимпия уйындарына талисман һайлайҙар.
Алинаға тауыш бирәйек!Бындай мөһим ваҡиғанан Башҡортостан халҡы ситтә ҡала буламы?! Октябрьский ҡалаһынан туғыҙынсы класс уҡыусыһы Алина Хажиеваның рәсемдәре лә бар конкурс эштәре араһында. ҡыҙыҡай дүрт һүрәт ебәрә: дельфин, ҡар барыҫы, бесәй һәм фил балаһы. Һуңғыһы тауыш биреү лидерҙары исемлегенә инә. Кем белә, бәлки, тап ул талисман булып китер. Конкурс еңеүсеһе 2011 йылдың февралендә билдәле буласаҡ. talisman.sochi2014.ru сайтына инеп, яҡташыбыҙ өсөн тауыш бирәйек.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға