«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Президент БР эшҡыуарҙарының эшенән ҡәнәғәт



30.10.2010 Президент БР эшҡыуарҙарының эшенән ҡәнәғәт

– Бюрократик система көслө булған, коррупция хөкөм һөргән илдә бизнес менән шөғөлләнәһегеҙ. Бындай шарттарҙа эшләүҙе батырлыҡ тип атарға мөмкин, – ине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Өфөлә асылған «Бәләкәй эшҡыуарлыҡ. Финанслау һәм дәүләт ярҙамы» конференцияһында ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп.
Үҙ сығышында төбәк башлығы республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫешенә ҡағылышлы артыҡ күп һандар килтермәне, әммә бер күрһәткескә баҫым яһаны: бәләкәй эшҡыуарҙар Башҡортостандың тулайым төбәк продуктына 18 процент өлөш индерә, ә ул 30 – 40 процент тәшкил итергә тейеш.
Бәләкәй предприятиелар иҫәбе буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында – 11-се (мең кешегә – һигеҙ бәләкәй предприятие), Рәсәйҙә – 43-сө урында.
Хәмитов ҙур сәнәғәт предприятиелары тирәләй бәләкәй компаниялар булдырыуҙы тағы бер мөһим бурыс тип атаны. Улар ҙур булмаған партиялар менән талап ителгән, дәғүәселеккә һәләтле продукция сығарырға тейеш, тип иҫәпләй БР Президенты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға