«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



30.10.2010 Өс һөйләм менән

Кисә Хөкүмәт йортонда Башҡортостандың дәүләт учреждениеларының хоҡуҡи хәлен камиллаштырыу буйынса эшсе төркөмдөң ултырышы үтте. Ултырыштың интернет-трансляцияһы ла ойошторолдо. Уның менән www.tukaeva.ru адресы буйынса Хөкүмәттең рәсми сайтында танышырға мөмкин.

Стәрлетамаҡ ҡала советы депутаттары Алексей Изотовты ҡала хакимиәте башлығы итеп һайланы. Уның лайыҡлы етәксе булырына БР Президенты Рөстәм Хәмитов та ышаныс белдерҙе.
Быға «Стәрлетамаҡ нефтьхимияһы заводы»ның башҡарыусы директоры, 2010 йылдың сентябренә тиклем генераль директоры була.

1 ноябрҙән 31 декабргә тиклем Башҡортостанда «Алтын ҡуллы оҫталар» республика конкурсы уҙасаҡ. БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, быйылғы бәйге ике номинация буйынса ойошторола, йәғни тегенселәр һәм ташсылар араһында. Конкурстың маҡсаты – һөнәрселек производствоһында милли традицияларҙы һаҡлап алып ҡалыу, һәләтле оҫталарҙы һәм рәссамдарҙы асыҡлау, уникаль технологияларҙы быуындан-быуынға тапшырыу.

Силәбе өлкәһенең Йәмәғәт палатаһы БР Президенты Рөстәм Хәмитовҡа хат менән мөрәжәғәт итте. Һуңғы арала Ирәмәл тауында булған ваҡиғаларға бәйле, күрше төбәктең йәмәғәт эшмәкәрҙәре экология ҡағиҙәләрен боҙоусыларға ҡарата яуаплылыҡ сараларын ҡәтғиләштереү кәрәклегенә ба­ҫым яһай. Мөрәжәғәттә Уралдың уникаль тәбиғәт ҡомартҡыларына һаҡсыл ҡараштың мөһим булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынған.

БР мосолмандары диниә назаратының күсмә пленумында Сибай ҡалаһында мәҙрәсә төҙөү хаҡында ҡарар ҡабул ителгән. Элегерәк бында мәҙрәсә төҙөлә башлап та, эш туҡтатылған була. БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Николай Курапов әйтеүенсә, төҙөлөш аҙағына тиклем алып барып еткереләсәк.

Туймазы мәктәптәрендә уникаль проект тормошҡа ашырыла башланы. Бер йыл элек информацион технологиялар баҙарына килеп ингән «Ситроникс» компанияһы бында үҙенең яңы проектын тәҡдим итә. Компанияның мультсервис информацион-белем биреү мөхите бөгөнгө заман талаптарына ярашлы белем биреүгә булышлыҡ итә.

26 октябрҙән 27 октябргә ҡараған төндә «Өфө» аэропортынан Башҡортостандан хаж ҡылыусылар­ҙың тәүге төркөмө Мәккәгә юл алды. Республиканың төрлө төбәктәренән 240 кеше хажға барыу өсөн йыйыл­ған. Икенсе төркөм 31 октябрҙә юлға сығырға тейеш.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға