«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Ҡолаҡсын» – үлем сәбәпсеһе?!



26.10.2010 «Ҡолаҡсын» – үлем сәбәпсеһе?!

«Ҡолаҡсын» – үлем сәбәпсеһе?!«Ҡолаҡсын» – үлем сәбәпсеһе?!Үткән ялда Мәскәү янында өс ир-егет поездан тапала.
Икәүһе шундуҡ вафат була, берәүһе, ауыр хәлдә дауаханаға һалынып, бер аҙ ваҡыттан һуң үлә. Фажиғә Кубинка – 2 һәм Лукино станциялары араһында таңғы сәғәт 6-ла була. Егеттәр тимер юлы буйлап китеп барғанда поезд аҫтында ҡала.
Тауар поезы сәғәтенә 60 км тиҙлек менән барһа ла, машинист туҡтатып өлгөрмәй. Уның һүҙҙәренсә, рельста кешеләрҙе күреү менән бер нисә тапҡыр ҡысҡырта, тик егеттәр ҡыбырламай. Аҙаҡтан асыҡланыуынса, һәләк булыусыларҙа наушниктар була. Етмәһә, бәләкәйе түгел, ә ҡеүәтлеләре. Егеттәр бар көсөнә музыка ҡуйып тыңлап барған, шуға ла поезд тауышын ишетмәгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға