«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



12.04.2013 Өс һөйләм менән

Быйыл Башҡортостан ауылдарҙы үҫтереү өсөн 395,7 млн һум аҡса аласаҡ. «2013 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү» маҡсатлы программаһына ярашлы федераль бюджеттан республикаға шул тиклем субсидия бүленгән. БР Ауыл хужалығы министрлығының аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, шуның 244 млн һумы − граждандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, 52 миллионы – ауылдарға һыу, 44,3 миллионы газ үткәреүгә йүнәлтеләсәк.

Өфө «Бала ғаиләлә йәшәргә тейеш» Бөтә Рәсәй конкурсына ҡушылды. Сараны ауыр тормош шарттарында ҡалған балаларға ярҙам фонды ойоштора. Конкурста илдең 62 төбәгенән 167 ҡала ҡатнаша.

Яҙғы сәсеү өсөн республика хужалыҡтары тарафынан 27,6 мең тонна элиталы орлоҡ һатып алынған. Был планлаштырылғандың 63 процентын тәшкил итә. Әлегә 12 райондың ғына ауыл хужалығы предприятиелары был бурысты тулыһынса үтәүгә өлгәшкән.

Туймазыла «Йәшлек. Фән. Мәҙәниәт – Башҡортостан – 2013» Бөтә Рәсәй конференцияһы үтә. «Рәсәйҙең интеллектуаль-ижади потенциалы» милли белем биреү программаһына ярашлы ойошторолған форумда барлығы 270 кеше ҡатнаша. Иң яҡшы тикшеренеү эштәре автор­ҙары миҙалдар менән бүләкләнәсәк һәм РФ Президенты грантына тәҡдим ителәсәк.

Башҡортостан ағас әҙерләүҙе йылына 4,5 млн кубометр­ға арттырырға ниәтләй. Әлеге ваҡытта республика биләмәһенең 6,3 млн гектар майҙанын урман биләй, шуның 5,7 млн гектары урман хужалыҡтарына тура килә. Ағас запасы 765 млн кубометр тәшкил итә.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға