«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Дан һиңә, Башҡортостан!



09.10.2010 Дан һиңә, Башҡортостан!

Башҡортостан, байрағыңда – «Дуҫлыҡ»,
«Азатлыҡ», «Тыныслыҡ» – ораның.
Яҡты маяҡ булып Уралымда
Мәңгелеккә балҡып тораһың!

Дан һиңә, илгенәм – Башҡортостан,
Беҙҙең ғәзиз тыуған еребеҙ!
Бөйөк Рәсәй менән берҙәмлектә
Яҙмыштарҙы уртаҡ бүлербеҙ.

Башҡортостан, күп милләтле халҡың,
Һөйләшһә лә төрлө телдәрҙә,
Татыулыҡта гөлләмәләй балҡып,
Бәхет яулай килер көндәргә.

Башҡортостан, илгенәйем, һиндә
Киләсәккә тыныс бағабыҙ.
Һинең яҙмышыңды барыбыҙ ҙа
Үҙебеҙҙеке итеп алабыҙ.

Шаһивилдан ИҘРИСОВ.
Ейәнсура районы,
Иҫәнғол ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға