«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ҡоролтайҙа – яңы етәксе



09.10.2010 Ҡоролтайҙа – яңы етәксе

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы ултырышында яңы рәйес һайлау мәсьәләһе ҡаралды.
Башҡарма комитет быға тиклемге етәксе Азамат Ғәлинға ике тапҡыр ышаныс күрһәтеп, рәйес итеп һайлағайны: тәүгеһе 2009 йылдың декабрендә һәм быйыл июндә – Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында.
Был юлы күпселек тауыш менән Азамат Зәки улы рәйеслектән бушатылды. Ошо уҡ ултырышта башҡарма комитетҡа яңы башлыҡ һайланды. Ул – БР Фәндәр академияһының Гуманитар тикшеренеүҙәр институты директоры, социологик фәндәр кандидаты Илгиз Солтанморатов.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға