«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » профсоюздар баланы ҡарау осорон оҙайтыу яҡлы



28.09.2010 профсоюздар баланы ҡарау осорон оҙайтыу яҡлы

Башҡортостан Республикаһының Профсоюздар федерацияһы бала ҡарауҙың пенсия стажына ингән осоро оҙайлылығын өс йылдан дүрт йыл ярымға тиклем арттырырға тигән тәҡдим менән сығыш яһаны.
Республика профсоюздарының тәҡдимен Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы Генсоветының гендер сәйәсәте буйынса даими комиссияһы менән Дөйөм профсоюздар конфедерацияһының ҡатын-ҡыҙ хеҙмәтсәндәрҙе яҡлау буйынса комиссияһының берлектәге ултырышында БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов еткерҙе.
Бындай сара, профсоюздар фекеренсә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлауға һәм тыуымды арттырыу өсөн шарттар булды­рыуға ярҙам итәсәк.

Р. БАЙЫШЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға