«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



28.09.2010 Донъя яңылыҡтары

Ялған дарыуҙар бик күп

Рәсәй ялған дарыуҙар мәсьәләһен хәл итеү өсөн Интерпол көстәрен файҙаланырға мәжбүр.
Шулай уҡ халыҡ-ара полиция ҙур спорт тирәләй аҡса эшләгән енәйәтсел төркөмдәргә ҡаршы көрәшәсәк.
Әле ялған дарыуҙар әйләнешен булдырыу­сы төркөмдәрҙе асыҡлау башланған. Әлеге тармаҡты контролдә тотоу йүнәлеше Интерпол өсөн дә яңы. Медикаменттарға ҡағылышлы был операция тағы ла 25 илдә ойоштороласаҡ.
Интернетта ялған дарыуҙар һатыусы 1200 сайт табылған, әле уларҙың медикаменттары сауҙанан алына. Ялған дарыуҙар етештереүселәр күберәк антибиотиктарҙа, контрацептивтарҙа һәм ябығыу өсөн ҡулланылған препараттарҙа аҡса эшләй.
2014 йылда Сочиҙа ойоштороласаҡ ҡышҡы Олимпиада уйындары арҡаһында Рәсәйҙә легаль булмаған букмекер контораларының артыуы ихтимал. Шуға ла ҙур спорт тирәһендә йөрөгән енәйәтселәрҙе лә «ҡыҫасаҡтар». Интерпол алып барылған эш буйынса даими рәүештә мәғлүмәт биреп барырға вәғәҙә итә.

ҡаҙағстан да ҡыҫа

ҡаҙағстан Хөкүмәте үҫемлек майын һәм ҡарабойҙайҙы экспортлауҙы тыйырға ҡарар итте.
Был хаҡта яңыраҡ үткән Хөкүмәт ултырышында белдерҙеләр.
ҡаҙағстан Республикаһының ауыл хужалығы министры Аҡылбәк Көрәшбаев әйтеүенсә, үҫемлек майын ғына түгел, майлы культураларҙың орлоҡтарын да ситкә һатыу ҡәтғи тыйыла.
Әлбиттә, әлегә был тыйыу ваҡытлыса ғына тип билдәләнә. Ләкин «ваҡытлыса»ның ҡа­санға тиклем дауам итәсәге билдәһеҙ. ҡаҙағстан быйыл үҫемлекселек культураларын башҡа йылдағыға ҡарағанда аҙыраҡ йыйҙы тип әйтеп булмай. Ләкин уларҙы экспортҡа ҡарабойҙай менән үҫемлек майының быйыл күп сығарылыуы ҡурҡыта. Экспорттың ҡаҙағстанда ла был аҙыҡтарға дефицит килеп сығыуына булышлыҡ итеүе ихтимал.

Шахтаға йығылғандар

Фажиғә арҡаһында бөтә донъяла билдәлелек яулаған Саяно-Шу­­шенский гидроэлектростанцияһында 24 сентябрҙә тағы ла кешеләр зыян күрҙе.
Авариянан һуң станцияны ремонтлау менән шөғөлләнгән төҙөүселәр агрегаттың шахтаһына йығылып төшкән. Әле төҙөүселәрҙең өсәүһе дауаханала ята. Уларҙың хәле тәүҙә ныҡ ауыр ине, хәҙер бер аҙ төҙәлеп баралар.
Төҙөүселәр 16 метр бейеклектән йығылған. Әлегә был хәлдең нимәнән килеп сығыуын аныҡ ҡына аңлатмайҙар. Яҡынса бер ай тирәһе ремонт барған урындарҙы тикшерәсәктәр. Һуңынан ғына енәйәт эшен асыу-асмау тураһында ҡарар сығарасаҡтар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға