«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Тирүгәләрендә – йәйғор төҫтәре



02.10.2010 Тирүгәләрендә – йәйғор төҫтәре

Тирүгәләрендә – йәйғор төҫтәреҮҙен итәғәтле тотҡан, башҡаларға үрнәк булып торған әбейҙәргә ҡарап, күңел ҡыуана. Улар менән аралашҡы, һөйләшке, тормош һабаҡтарын өйрәнеп ҡалғы килә. Республика кимәлендәге саралағы күргәҙмәлә оло ғына инәй иғтибарҙы йәлеп итте. Ул ихласлап тирүгә һуға ине.
Бөрйән районының ҡолғана ауылынан Зәйтүнә Ғәлимйән ҡыҙы Яҡупова икән. 81 йәштә булһа ла, Зәйтүнә инәй әүҙем тормош алып бара. Халҡыбыҙҙың ата-бабаларҙан ҡалған шөғөлөн ул киләсәк быуынға күрһәтә. Һабантуй һәм башҡа мәҙәни байрамдар ҙа Зәйтүнә инәйһеҙ үтмәй, оҫтабикәнең даны күрше ауылдарға ла таралған.
– Бер саранан да ситтә ҡалдырмайҙар, һәр саҡ саҡыралар. Тирүгә, балаҫ һуғыу – беҙҙең өләсәй, әсәйҙәрҙән килгән шөғөл ул, – ти Зәйтүнә Ғәлимйән ҡыҙы.

Рәмилә МУСИНА.
Белорет ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға